Зарубин Павел Александрович

Зарубин Павел Александрович (1981 йылдың 7 сентябре, Белорет, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй журналисы. «Рәсәй-1» телеканалында «Мәскәү. Кремль. Путин» тапшырыуында алып барыусы Владимир Соловьёвтың уҙаҡташы. Владимир Путин менән тура бәйләнеште алып барыусы.

Сит ил журналистарынан беренсе булып Ким Чен Ындан интервью ала. Дональд Трамптан интервью ала.

Биографияһы

Павел Зарубин 1981 йылдың 7 сентябрендә Белорет ҡалаһында тыуған. Бәләкәйҙән тарих һәм әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына. Айырыуса рус классикаһы менән мауыға. Мәктәптә саҡта уҡ журналист булырға хыяллана.

Үҫмер сағында «Белорецкий рабочий» гәзите редакцияһында хәбәрсе булып эшләй. Мәктәпте тамамлағас, Екатеринбургҡа күсеп килә. 1998 йылда Урал дәүләт университетының журналистика факультетына уҡырға инә.

2000 йылдан 2003 йылға тиклем «Дүртенсе канал» телекомпанияһының (Екатеринбург) репортеры һәм төп яңылыҡтар алып барыусыһы булып эшләй. 2002 йылда Рәсәй телевидениеһы академияһы версияһы буйынса төбәктең иң яҡшы репортеры тип таныла. Бынан һуң Мәскәүгә күсеп китә һәм Бөтә Рәсәй дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһының «Хәбәрҙәр» программаһында эшләй башлай.

2005 йылдан Кремль пулына инә, Рәсәй президентының эшен яҡтырта.

2018 йылдың көҙөнән «Мәскәү. Кремль. Путин» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһының береһе.

2019 йылдың апрелендә Төньяҡ Корея лидеры Ким Чен Ындан эксклюзив интервью ала һәм сәйәсмәндең эксклюзив комментарийын яҙып алған донъяла беренсе журналист була. Был Ким Чен Ындың Рәсәйгә рәсми сәфәре ваҡытында була[1].

2019 йылдың июнендә Осакалағы Ҙур егерме саммитында АҠШ Президенты Дональд Трамптың Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин менән һөйләшеүҙәре тураһындағы эксклюзив комментарийын алған беренсе Рәсәй тележурналисы була[2].

2019 йылдың июнендә Елена Винник менән бергә «Владимир Путин менән тура бәйләнеш» алып барыусыһы була.

2020 йылдың 21 июнендә «Рәсәй-1» телеканалында Владимир Путиндың президент вазифаһын башҡарыуының 20 йыллығына арналған «Рәсәй. Кремль. Путин» документаль фильмы сыға (режиссеры — Мария Финкельштейн). Уның нигеҙендә Кремлдә яҙҙырылған ҙур интервью һәм Путиндың ил һәм донъя төбәктәренә сәйәхәттәре ваҡытында яҙҙырылған ҡыҫҡа интервьюлар ята.

2020 йылдың 28 июнендә коронавирусҡа ҡаршы көрәш шарттарында ил тормошо һәм эшмәкәрлеге йомғаҡтарына арналған «Мәскәү. Кремль. Путин» тапшырыуының махсус сығарылышы сыға. Приезиденттың Павел Зарубинға биргән интервьюһы пандемия ваҡытында беренсеһе була[3].

2022 йылдың 17 июлендә «Мәскәү. Кремль. Путин» тапшырыуы сығарылышы 11 июлдән 17 июлгә тиклемге аҙна эсендә Мәскәү ҡалаһы тамашасыларының бөтә телеканалдар араһында иң рейтинглы телетапшырыуы була, Рәсәй тамашасылары араһында иһә иң популяр 100 тапшырыу исемлегендә 3-сө урынды биләй[4].

2023 йылдың 15 ғинуарында Павел Зарубин Украинаның санкциялар исемлегенә индерелә[5][6].

2025 йылдың 4 майында «Рәсәй-1» каналы эфирына уның Владимир Путиндың беренсе инаугурацияһының 25 йыллығына арналған «Рәсәй. Кремль. Путин. 25 йыл» документаль фильмы сыға[7].

Наградалары һәм исемдәре

  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты (2012 йылдың 3 марты) — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе эшмәкәрлеген яҡтыртыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн.
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты (2010 йылдың 31 марты) — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе эшмәкәрлеген яҡтыртыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн.
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты (2009 йылдың 31 марты) — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе эшмәкәрлеген яҡтыртыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн.
  • «ТЭФИ-Төбәк-2002», «Репортёр» номинацияһында еңеүсе.
  • «ТЭФИ-2025», «Интервьюер» номинацияһында еңеүсе[8].

Иҫкәрмәләр

  1. Ким Чен Ын дал первое интервью российскому журналисту (24.04.2019). 27 ноябрь 2025 тикшерелгән.
  2. Корреспондент ВГТРК сумел обойти охрану Трампа. vesti7 (30 июнь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025.
  3. Павел Зарубин. 24СМИ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025.
  4. Проект «Москва. Кремль. Путин» Соловьева стал самым популярным ТВ-шоу. kulturomania.ru (21 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025.
  5. Павел Зарубин. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025.
  6. Павел Зарубин — последние новости. Lenta (28 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025.
  7. Будущий преемник и мир-2050. Главное из заявлений Путина (04.05.2025). 27 ноябрь 2025 тикшерелгән.
  8. Названы победители премии ТЭФИ-2025 (9 июнь 2025). 27 ноябрь 2025 тикшерелгән.