Заһиҙуллин Рамаҙан Ғарифулла улы

Заһиҙуллин Рамаҙан Ғарифулла улы (2 декабрь 1907 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, интендант хеҙмәтенең гвардия өлкән лейтенанты[1][2][3]. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры.

Биографияһы

Рамаҙан Ғарифулла улы Заһиҙуллин 1907 йылдың 2 декабрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡандра районы (хәҙерге Туймазы районы) Соҡаҙыбаш ауылында тыуған[1][3]. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың 26 авгусында[1][2], икенсе мәғлүмәт буйынса 1940 йылдың 10 авгусында[3] Туймазы район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының финанс бүлеге бухгалтеры, казначейы була[2].

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945 йылдың 25 ғинуарында һәм 16 ноябрендә), «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1942), «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945) миҙалы менән бүләкләнә[1][2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1942),
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (25.01.1945),
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945),
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (16.11.1945)

Сығанаҡтар