Заһиҙуллин Ғәйнулла Ҡасим улы
Заһиҙуллин Ғәйнулла Ҡасим улы (1909 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы[1][2].
Биографияһы
Заһиҙуллин Ғәйнулла Ҡасим улы 1909 йылда Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Иҫке Күл ауылында тыуған[1][2]. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылда[2], икенсе мәғлүмәт буйынса 1942 йылдың 5 февралендә[3][4] Ҡырмыҫҡалы район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 15‑се айырым гвардия элемтә ярымэскадронында телефонист булып хеҙмәт итә[2].
1942 йылдың 17 декабрендә яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 19.11.1942-15.12.1942, Приказ №: 387 17.12.1942)[1], 1945 йылдың 22 июнендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 01.01.1945-09.05.1945, Приказ №: 31/н, 22.06.1945) менән бүләкләнә[1][2]. 1985 йылда Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы уңайынан I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[1][2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1942),
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945),
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Память народа. Загидуллин Гайнулла Касымович
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Шаймуратовцы. ЗАГИДУЛЛИН Гайнулла Касымович
- ↑ [1]
- ↑ Гайнулла Касымович Загидуллин 2021 йылдың 26 июнь көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- Память народа. Загидуллин Гайнулла Касымович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Шаймуратовцы. ЗАГИДУЛЛИН Гайнулла Касымович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)