Зейналова Ирада Автандиловна
Ирада Автандиловна Зейналова (20 февраль 1972 йыл) — Рәсәй журналисы, хәбәрсе, телевидение алып барыусыһы. НТВ (2016 йылдан) телеканалында «Аҙна йомғаҡтары» программаһы авторы һәм уны алып барыусы. НТВ телекомпанияһының Мәғлүмәттәр дирекцияһы мәғлүмәт-күңел асыу программаларының баш художество етәксеһе.
Элек "Беренсе канал"да (2012—2016) «Ваҡыт» программаһының йәкшәмбе сығарылышын алып барған[1], Бөйөк Британияла (Лондон)[2] һәм Израиль (Тель-Авив)[3] «Беренсе канал» ААЙ хәбәрселек бюроһы мөдире була. Рәсәй телевидениеһы академияһы ағзаһы, журналист Светлана Зейналованың өлкән апаһы.
Биографияһы
Ирада Зейналова 1972 йылдың 20 февралендә Мәскәүҙә ҡатнаш ғаиләлә тыуа: атаһы Автандил Исабалиевич — әзербайжан, әсәһе Галина Алексеевна — урыҫ. Светлана Зейналованың (1977) өлкән апаһы. Ирада ҡараштары һәм тәрбиәһе буйынса күберәк азербайжан, Светлана — урыҫ[4].
Мәскәүҙең 61-се мәктәбендә уҡый[5].
1995 йылда К. Э. Циолковский исемендәге Рәсәй дәүләт технология университетында уҡый. Һөнәре — онтаҡ материалдар һәм иретеүҙәрҙе юғары тиҙлектәге ҡатырыу юлы менән алынған һаҡлағыс ҡаплауҙар инжернер-технологы[6]. Юғары уҡыу йортон тамамлау менән стажировканы АҠШ-та үтә[7].
1997 йылдан телевидениела. Тәүҙә (РТР) «Хәбәрҙәр» программаһында мөхәррир, шулай уҡ инглиз теленән тәржемәсе булып эшләй[8]. Голландия бригадаһы тәржемәсеһе сифатында «Хәбәрҙәр» өсөн ньюсрум төҙөүҙә ҡатнаша[7].
2000 йылдан алып 2003 йылға тиклем — «Хәбәрҙәр»[9] һәм «Аҙна хәбәрҙәре»[10] программаһы хәбәрсеһе. 2002 йылдың октябрендә террористик акттар көндәрендә Дубровкала эшләй[11]. «Рәсәй» телеканалынан 2003 йылдың апрелендә китә[12].
2003 йылдан алып 2016 йылға тиклем "Беренсе канал"да эшләй[5]. Башта, 2003 йылдан 2007 йылға тиклем — «Яңылыҡтар», «Ваҡыты» һәм «Башҡа яңылыҡтар» мәғлүмәти программаларҙа хәбәрсе булып эшләй[13]. 2004 йылдың февралендә[14] һәм 2010 йылдың мартында[15] Мәскәү метроһында шартлау көнөндә, 2004 йылда Бесланда террористик акт көндәрендә[16], 2005 йылдың 25 майында[17] Мәскәү энергия селтәрҙәрендә авария көндәрендә, шулай уҡ 2006 йылда Германияла футбол буйынса чемпионаттың финал уйындарынан репортаждар алып бара[18].
«Беренсе канал» бригадаһы составында 2006 йылда Италияның Турин ҡалаһында Ҡышҡы Олимпия уйындарында[19], 2012 йылда Лондонда Йәйге Олимпия уйындарында[20] һәм 2014 йылда Сочи[21] уйындарында эшләй.
«Иң яҡшы репортер» номинацияһында «Йөҙҙәр» категорияһында «ТЭФИ-2006» телевизион премияһы лауреаты («Олимпиаданың алтын миҙгелдәре» тапшырыуҙар циклы өсөн")[22]; II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнә (2006)[23].
2007 йылдан 2010 йылға тиклем Бөйөк Британияла Лондонда — «Беренсе канал» ААЙ бюроһы мөдире[24]. 2010—2011 йылдарҙа ҡабаттан Мәскәүҙә эшләй[25].
2011 йылдың мартынан 2012 йылдың июленә тиклем — Израилдә Тель-Авив ҡалаһында «Беренсе канал» ААЙ бюроһы мөдире[26].
2012 йылдың 9 сентябренән 2016 йылдың 10 июленә тиклем[27] — «Ваҡыт» телепрограммаһының йәкшәмбе сығарылышын алып бара[28].
2012 йылдың 7 декабренән йыл һайын үтә торған «Дмитрий Медведев менән һөйләшеүҙәр»ҙә ҡатнаша (2012—2015 йылдарҙа — «Беренсе канал» журналисы булараҡ[29], 2016 йылдан — НТВ хеҙмәткәре булараҡ[30]).
2014 йылдың июлендә тәрегә ҡаҙаҡланған малай тураһында ялған мәғлүмәт таратыуҙа ҡатнаша[31]. Шул уҡ йылдың 21 декабрендә, Ирада Зейналова «Ваҡыт» тапшырыуы эфирында «журналистарҙың был фажиғә тураһында дәлилдәре булмаған һәм юҡ, тик был Славянскта тамуҡтан ҡасҡан ысын ҡатын-ҡыҙҙың ысын хикәйәһе», тип белдерә[32][33][34].
2014 йылдың авгусында Украинаның санкциялар исемлегенә индерелә[35].
2015 йылдың 18 декабрендә КВН Юғары лигаһының финалында Мурманск йыйылмаһын сәләмләүҙә ҡатнаша. 2016 йылдың 1 октябрендә уның ҡатнашлығында Максим Галкиндың «МаксимМаксим» күңел асыу программаһы күрһәтелә, был уның «Беренсе каналда» һуңғы сығышы була[36].
2016 йылдың ноябрендә алып барыусының "Беренсе канал"дан НТВ телеканалына күсеүе тураһында билдәле була[37][38][39]. 2016 йылдың 4 декабренән ул был каналда « Ирада Зейналова менән аҙна йомғаҡтары» йәкшәмбе мәғлүмәти-аналитик программа алып бара башлай[40]. Студияла тапшырыуҙар алып барыуҙан тыш, Ирада Зейналова үҙ программаһы өсөн репортаждар әҙерләй, шулай уҡ аҙнаның төп ваҡиғаларына ҡағылышлы кешеләрҙән интервью ала[41][42].
Сергей Колыванов һәм Егор Малоземов менән бергә 2017 йылдың 21 июлендә «Владимир Путин менән балаларса булмаған һөйләшеү» программаһын алып бара[43].
Ғаиләһе
Беренсе ире — журналист Алексей Самолетов[44], улы Тимур[45]. 2015 йылдың октябрендә ире менән айырылыша[46], уларҙың никахы 20 йыл дауам итә[47].
Икенсе ире — хәрби корреспондент Александр Евстигнеев, шулай уҡ "Беренсе канал"да эшләй (2007 йылдың апреленән 2017 йылдың декабренә тиклем)[48], хәҙер Бөтә Рәсәй дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компаниясһының «Рәсәй-1» каналында эшләй. Туйҙары 2016 йылдың 16 декабрендә үтә[49][50].
Зейналованың ике туған ағаһы Исабала Муса Оглы Санкт-Петербург дәүләт аграр университетының юридик факультетының элекке деканы була. Ришүәт өсөн ҡулға алына һәм 2017 йылда 8 йылға хөкөм ителә[51].
Бүләктәре
- I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы (22 апрель 2014 йыл) — «Ҡырым Республикаһында ваҡиғаларҙы яҡтыртыуҙа юғары профессионаллек һәм объективлыҡ өсөн» (бүләкләү тураһында указ иғлан ителмәй)[52][53].
- II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы (27 ноябрь 2006 йыл) — «Ватан телерадиотапшырыуҙар үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн»[54].
- «Рәсәйҙең алтын ҡәләме» премияһы (2018)[55].
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге премияһы (2021) —"Ватан телерадиотапшырыуҙар үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн"[56].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Телесюжет о «распятом мальчике»
Иҫкәрмәләр
- ↑ Арефьев, Егор. Ирада Зейналова ушла из «Воскресного времени». Комсомольская правда (24 август 2016). — Телевизор. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2016.
- ↑ Спецкор Первого канала в Лондоне Ирада Зейналова: «Кому нужен Лондон без шпионов?» Комсомольская правда (17 апрель 2009).
- ↑ Ирада Зейналова — Лица — Первый канал
- ↑ Афанасьева, Елена. Разное телевидение сестёр Зейналовых. Радиостанция «Эхо Москвы» (14 август 2011). — Телехранитель. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2016.
- ↑ 1 2 Ирада Зейналова – телеведущая воскресных «Итогов недели» на НТВ, журналист. Биография, Статьи, Фото, Видео - Свободная Пресса.
- ↑ Воскресное бремя. Огонёк (10 сентябрь 2012).
- ↑ 1 2 Извольте объясниться. Сколько языков знают телеведущие? МК-Бульвар (23 март 2011).
- ↑ Ирада Зейналова. Сноб.
- ↑ Александра Маринина: "Каменской рано иметь детей". Vesti.ru.
- ↑ Трагедия в Осетии. Осталась только надежда. Еще один прерванный полет. Вести недели. 2014 йылдың 6 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Ирада Зейналова: Уже знаю, как кони ходят. Лениздат.ру.
- ↑ Учиться планировать семью нужно еще в школе. Vesti.ru.
- ↑ НОВОСТИ, ОТЛИЧНЫЕ ОТ ДРУГИХ… Ежедневный журнал. 2015 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ В Москве на станции «Автозаводская» продолжается расследование взрыва (видеосюжет). Первый канал.
- ↑ На станции метро «Лубянка» следователи обнаружили тело одной из террористок-смертниц. Первый канал.
- ↑ Проверка на страсти. Телеканалы вспоминают уроки «Норд-Оста». Кавказский узел.
- ↑ В Москве ликвидируют крупнейшую аварию в энергосистеме. Первый канал.
- ↑ Италия доказала, что еe футбол - лучший в мире. Первый канал.
- ↑ Олимпийцы в камере. В Турин наши журналистки поедут без кошельков.
- ↑ Ирада Зейналова: «Я говорила себе, что у меня муж герой и я должна ему соответствовать». Интервью с ведущей программы «Время».
- ↑ Как тележурналисты болели за наших на Олимпиаде в Сочи. Половину февраля вся страна смотрела трансляции из олимпийского города, о победах и поражениях мы узнавали не без помощи корреспондентов.
- ↑ Сергей Брилев награждён ТЭФИ. Вести.ру (23 ноябрь 2006).
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 27 ноября 2006 г. № 1316 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2011 йылдың 16 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Ирада Зейналова ломает стереотипы. Дни.ру (26 декабрь 2012).
- ↑ Лидер легендарной группы «U2» дал эксклюзивное интервью Первому каналу. Первый канал (7 август 2010).
- ↑ Женщины Сектора Газа все чаще идут служить в полицию. Первый канал (26 июнь 2012).
- ↑ «Первый канал» нашел замену Ираде Зейналовой в итоговой программе «Время».
- ↑ Вести «Воскресное Время» на Первом канале будет Ирада Зейналова. РИА НОВОСТИ (4 сентябрь 2012).
- ↑ Дмитрий Медведев: "Конца света не будет, будет Новый год". Разговор с Дмитрием Медведевым. Коммерсантъ (7 декабрь 2012).
- ↑ Дмитрий Медведев даст интервью российским телеканалам 15 декабря. Коммерсантъ (8 декабрь 2016).
- ↑ ТВ, леденящее душу. Всё показанное по телевизору правда, а правда всё показанное по телевизору. Новая газета (17 июль 2014).
- ↑ Ирада Зейналова переходит с Первого канала на НТВ. Русская служба Би-би-си (2 ноябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2017.
- ↑ Журналисты Первого отвечают на обвинения во лжи в связи с сюжетом про убийство ребёнка в Славянске Первый канал, 21.12.2014
- ↑ Виктория Макаренко. Ржавые гвозди // Новая газета. — 2015. — № 74 (15 июля). (Тикшерелеү көнө: 26 март 2017)
- ↑ Власти Украины опубликовали список невъездных российских журналистов. Росбалт (28 август 2014).
- ↑ Итак, она звалась Ирада. Телепрограмма (2 ноябрь 2016).
- ↑ Телеведущая Ирада Зейналова переходит с Первого канала на НТВ. РИА Новости (2 ноябрь 2016).
- ↑ Ирада Зейналова станет ведущей итоговой программы НТВ. Lenta.ru (2 ноябрь 2016). — ТВ и радио. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 ноябрь 2016.
- ↑ Ирада Зейналова ушла с Первого канала. Комсомольская правда (2 ноябрь 2016).
- ↑ С 4 декабря на НТВ — «Итоги недели» с Ирадой Зейналовой и «Правда с Александром Гурновым». НТВ (21 ноябрь 2016). — Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2016.
- ↑ Пропагандисты на ТВ взаимозаменямы: Ирада Зейналова теперь встает со стульчика. Московский комсомолец (8 декабрь 2016).
- ↑ Илья Пономарёв нюх потерял? Собеседник (15 декабрь 2016).
- ↑ В Сочи прошла «детская» прямая линия Путина. Чем опасен Навальный, президент РФ объяснил на примере Украины. NEWSru.com (21 июль 2017). — В России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2017.
- ↑ Ирада Зейналова: «Женщине в репортаже делать нечего». Московский комсомолец(11 декабря 2006).
- ↑ Ирада Зейналова: «На работе я могу заставить железо гнуться, но в быту тряпка невероятная». Антенна-Телесемь(11 февраля 2013).
- ↑ Телеведущая Зейналова разводится. Дни.ру(28 октября 2015).
- ↑ Сын Ирады Зейналовой: «Я люблю обоих родителей. Мамина свадьба — это её выбор». Life.ru(2 сентября 2016).
- ↑ Александр Евстигнеев. Первый канал.
- ↑ Алёшина, Елена.Зейналова вышла замуж за Евстигнеева. Дни.ру(16 декабря 2016).— Шоу-бизнес.Дата обращения: 17 декабря 2016.
- ↑ Веткина, Антонина.Ирада Зейналова вышла замуж в синем. Комсомольская правда(17 декабря 2016).— Телевизор.Дата обращения: 17 декабря 2016.
- ↑ Брату известной телеведущей Ирады Зейналовой дали восемь лет за взятку в 400 тысяч рублей. Дата обращения: 26 июня 2021.
- ↑ Владимир Путин наградил более 300 работников СМИ за «объективное освещение событий в Крыму»
- ↑ Путин наградил 300 журналистов «за объективность при освещении событий в Крыму»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 27 ноября 2006 г. № 1316 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Президент России, официальный сайт (27 ноябрь 2006).
- ↑ Пять журналистов получили награды "Золотое перо".
- ↑ Михаил Мишустин вручил премии Правительства за 2021 год в области средств массовой информации. Правительство Российской Федерации (13 ғинуар 2022).
Һылтанмалар
- Зейналова Ирада Автандиловна База данных «Лабиринт»
- Ирада Зейналова: «Не смотрю телевизор, меня там зомбируют!» — это незрелая позиция
- Ирада Зейналова: Меня не волнует только космос! 2016 йылдың 1 май көнөндә архивланған. База данных «Современная Россия»
- Ирада Зейналова OPEN.AZ
- Ирада Зейналова — краткая биография