Зимняя вишня (фильм)

«Зи́мняя ви́шня» (фильм) — 1985 йылда «Ленфильм» киностудияһында режиссёр Игорь Масленников төшөргән совет нәфис фильмы. Трилогияның беренсе өлөшө булып тора.

Картинала айырылғандан һуң 5 йәшлек улы менән яңғыҙы ҡалып, ысын ғаилә тормошо һәм мөхәббәт тураһында хыялланған ҡатын тураһында һөйләнелә. Бәхет эҙләп, ул ғаиләле коллегаһы менән бәйләнеп китә, әммә уныһы ғаиләһен ҡалдырырға тәүәккәллек итә алмай.

1986 йылда фильм «Көнүҙәк әхлаҡи проблемаларҙы тикшергән өсөн» тип аталған премияға лайыҡ була, төп ролде башҡарыусы Елена Сафонова иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн бер нисә премия ала, ә композитор Владимир Дашкевичҡа иң яҡшы музыка өсөн награда бирелә[1].

1990 йылда Масленников шул уҡ актерҙар составы менән фильмдың дауамын төшөрә, ә 1995 йылда экрандарға картинаның өсөнсө өлөшө сыға.

Сюжеты

Сюжет үҙәгендә йәш ҡатын Ольганың (Елена Сафонова) тарихы. Ул иренән айырылған һәм биш йәшлек улы Антонды яңғыҙы тәрбиәләй. Фатиры, ҡыҙыҡлы эше, әхирәттәре һәм яратҡан ир-аты — коллегаһы Вадим (Виталий Соломин) бар. Ул да Ольганы ярата, әммә ғаиләһенән китергә әҙер түгел. Ваҡиғалар Ленинградта (хәҙер — Санкт-Петербург) бара.

Ольгаға күрше йәшәгән әхирәттәренең дә, автобаза бухгалтеры Ларисаның (Нина Русланова) һәм балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Валентинаның (Лариса Удовиченко) да, шәхси тормошонда проблемалары бар. Лариса айырылған һәм улын яңғыҙ тәрбиәләй, ә Валяны егете — көнсөл хоккеист Александр (Сергей Паршин) даими туҡмай.

Ольга ғаилә ҡорорға теләй һәм башҡа ир-ат менән таныша. Валентинала ҡунаҡта ул Александрҙың курсташтары — Вениамин (Александр Леньков) менән Гербертты (Ивар Калныньш) осрата. Тәүҙә ул 36 йәшлек, бер тапҡыр ҙа өйләнмәгән, әсәһе менән йәшәгән Вниамин менән мөнәсәбәттәр ҡороп ҡарай, әммә уларҙың осрашыуҙары ҡыҫҡа була. Аҙаҡ ҡатынға Мәскәүҙән дипломат Герберт иғтибар бүлә башлай. Ул матур һәм уңышлы, Швейцарияла эше бар, Ольга һәм уның бәләкәй улы тураһында хәстәрлек күрә һәм тиҙҙән тәҡдим яһай. Әммә был турала Вадим белеп ҡалғас, йәш парҙың мөнәсәбәттәре боҙола. Вадим Ольганы, Гербертты ҡалдырып, кире үҙенә ҡайтырға өгөтләй. Ул ризалаша, әммә бәхеттәре оҙаҡҡа бармай — ир ғаиләһен ҡалдырырға йөрьәт итмәй.

Фильмды төшөрөү

Сценарий, режиссёр Игорь Масленников фильм төшөрөргә ҡарар иткәнгә тиклем, «Ленфильм» киностудияһында өс йыл ята. Унан алда Илья Авербах менән Сергей Микаэляндың сценарийҙы совет киноһы стандарттарына яраҡлаштырырға тырышыуы уңышһыҙ була. Әммә Масленниковҡа фильм төшөрөргә бер шарт менән рөхсәт бирелә: Герберт, баштағы концепция буйынса, австриялы түгел, ә сит илдә эшләгән СССР гражданы булырға тейеш. Фильмдың ҡала сценалары Ленинградта төшөрөлә, ә ҡаланан ситтәге эпизодтар — Выборг эргәһендә. Валяның фатиры Фонтанкалағы Толстовский йортонда, ә интерьер сәхнәләре «Ленфильм» киностудияһы павильондарында төшөрөлә[2].

Фильмда Алла Пугачёва башҡарыуында «Держи меня, соломинка, держи» һәм «Поднимись над суетой!» йырҙары фонограммаһы файҙаланыла[3].

Лариса роле Нина Русланованы актёр һөнәренә ҡайтара. Е. Б. Вахтангов исемендәге театрҙан киткәндән һуң, ул эшһеҙ ҡала һәм хатта һөнәрен алмаштырыу тураһында уйлана башлай. Әммә фильмдың уңышы уға, актриса булараҡ, режиссёрҙар иғтибар итә, һәм фильмдарҙа төшөү тәҡдимдәре килә башлай. Оператор Юрий Векслерҙың үтенсе буйынса Елена Сафонова ваҡытлыса тәмәке тартыуын ташлап тора, һәм был уның бите төҫөнә ыңғай йоғонто яһай. Фильмда пирстағы сәхнәләр бар. Унда Ольга Вадимға ҡаршы күтәрелә. Планды ҙурайтҡанда был персонажды Виталий Соломин уйнай, әммә кадрҙа Сергей Шокуровтың аяҡтары төшөрөлә[2].

Фильмдың икенсе өлөшөндә Ирина Мирошниченко уйнаған Вадимдың ҡатыны тауышын Светлана Крючкова яҙҙыра. Геройҙар балалары менән балалар баҡсаһына барған сәхнәлә Крючкова Сафонова, Русланова һәм Удовиченко геройҙарының барыһының да тауышын яҙҙыра һәм Алла Пугачёва репертуарынан «Айсберг» йырын башҡара. Актрисалар икенсе проекттарға йәлеп ителгәнлектән, был эпизодҡа тауыш яҙҙырырға килә алмай[2].

Премьера 1985 йылдың 21 октябрендә була һәм уңыш ҡаҙана[4]. Тәүҙә планлаштырылғанса, төп ролдәрҙе Наталья Андрейченко менән Сергей Шакуров башҡарырға тейеш була. Әммә улар һуңғы мәлдә генә баш тарта, һөҙөмтәлә фильмда Елена Сафонова менән Виталий Соломин уйнай[5].

Ролдәрҙә

Актёр Роль
Елена Сафонова Ольга Николаевна Ольга Николаевна
Виталий Соломин Вадим Михайлович Дашков Вадим Михайлович Дашков
Ивар Калныньш Герберт Мартинович Герберт Мартинович
Нина Русланова Лариса Павловна автобазала бухгалтер, Ольганың әхирәте Лариса Павловна
Лариса Удовиченко Валентина балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, Ольганың әхирәте Валентина
Александр Леньков Вениамин буйҙаҡ Вениамин
Сергей Паршин Александр хоккейсы, Валяның егете Александр
Алла Осипенко Софья Николаевна Ольганың элекке ҡәйнәһе Софья Николаевна
Миша Подущак Антон Ольганың улы Антон
Анатолий Сливников Василий автобус водителе Василий

[3]

Төшөрөү төркөмө

Наградалары

Сюжет тормошсан була, шул арҡала фильм 1985 йылдың иң популяр кинокартиналарҙың береһенә әүерелә һәм бер нисә совет, халыҡ-ара наградаға лайыҡ була[4]. 1986 йылда ул Алматала Бөтә Союз кинофестивалендә күрһәтелә һәм иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн «Көнүҙәк әхлаҡи проблемаларҙы тикшергән өсөн» тип аталған премия Елена Сафоноваға бирелә. Бынан тыш актрисаға Мадридта иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн приз тапшырыла, ә композитор Владимир Дашкевич иң яҡшы музыка өсөн «Советский экран» журналы премияһына лайыҡ була[3][6].

Китап

Репина Н. А. «Всё к лучшему. История любви, которая легла в основу фильма „Зимняя вишня“». М.: Астрель, 2012. — 317 с., 2000 экз.[4][7]

Фильмдың дауамы

Биш йылдан һуң Игорь Масленников шул уҡ актёрҙар составы менән фильмдың дауамын төшөрә, ә 1995 йылда экрандарға картинаның өсөнсө өлөшө сыға[8][9].

«Зимняя вишня-2» (1990)

Серияның икенсе фильмы булып тора, сиквел[8][10].

Төп героиня уңышлы тормош ҡора. Улы менән АҠШ-ҡа китә, уңышлы эшҡыуарға кейәүгә сыға, биш йәшлек Катяға әсәй була. Алты йылдан һуң ул СССР-ға ҡайта һәм осраҡлы рәүештә генә элекке һөйгәнен — Вадимды осрата. Ул элеккесә ғаиләле һәм бына бер нисә йыл инде йәш һөйәркәһе бар. Әммә бары тик төштәрендә генә, Оляны иҫенә төшөрөп, бәхет кисерә. Уның ҡайтҡаны тураһында ишеткәс, ул барыһы ла элеккесә булырына өмөтләнә, әммә бушҡа ғына. Ольга Вадимды ҡыҙы менән таныштыра. Ҡыҙ шул тиклем Вадимға оҡшаған була. Ирҙә шик тыуа. Ул бик йыш был ҡыҫҡа осрашыуҙы иҫенә төшөрә, төштәрендә Ольга менән ҡыҙҙы күрә[9][11].

«Зимняя вишня-3» (1995)

Триквел, беренсе ике фильм материалдары ҡулланып төшөрөлгән[12].

Ваҡиғалар 1995 йылда Лос-Анджелеста, Парижда һәм Санкт-Петербургта бара. Ольга яҡындарынан ире менән айырылғанын йәшерә һәм Вадим менән осрашырға тырыша. Вадим, тормошоноң мәғәнәһеҙлеген аңлап, көтмәгәндә сит илдән мираҫ ала һәм шунда йәшәргә китә. Был ваҡиға көтөлмәгән эҙемтәләргә килтерә. Көтмәгәндә һөйөклөһө — Ольга һәм үҫкән ҡыҙы Катерина менән осрашыу уның тормошона мәғәнә өҫтәй, оҙаҡ көтөлгән бәхет һәм шатлыҡ килтерә[13].

«Зимняя вишня-4» (туҡтатыла)

2017 йылда Санкт-Петербургтың «Троицкий мост» студияһында «Зимняя вишня — 2016. Финал фамильной саги» тигән эш атамаһы бирелгән дүрт сериялы телевизион нәфис фильм төшөрөлә башлай. Картина Николай Котяш менән Евгений Черепановтың режиссёр дебюты була. Проекттың сценарий авторы һәм художество етәксеһе — алдағы өс өлөштө төшөрөүсе Игорь Масленников. Әммә бер ни тиклем ваҡыттан һуң проект туҡтатыла[14][15].

Ваҡиғалар хәҙерге заманда бара. Вадим үлгәнгә лә ярты йыл үткән. Санкт-Петербургта үткән астрофизик симпозиумда ҡатнашыу өсөн Ольганың балалары Антон менән Катя Рәсәйгә килә. Улар Рәсәйҙә булған дүрт көндә Вадимдың Франциялағы өйөнә дәғүәселәр барлыҡҡа килеүе асыҡлана. Катя ғаилә мәнфәғәтен яҡларға ҡарар итә һәм Антон менән бергәләп үҙҙәренең тикшеренеүен башлай…[16].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Бальзаковский возраст, или Все мужики сво…
  • Стальные магнолии
  • Маленькие женщины
  • Да, нет, наверное

Иҫкәрмәләр

  1. Зимняя вишня, 1985. 1985 / СССР. Kinoafisha.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2023.
  2. 1 2 3 4 Сериал Зимняя вишня. Вокруг ТВ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2024.
  3. 1 2 3 4 Зимняя вишня (1985). Кино-театр.ру (12 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2024.
  4. 1 2 3 Татьяна Уланова. Это её «Зимняя вишня»! Как лав-стори известного сценариста стала фильмом. Аргументы и факты (12 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2024.
  5. Анна Велигжанина, Владимир Сергеев. «Зимней вишне» - 25. Вместо Сафоновой должна была играть Андрейченко [видео]. Комсомольская правда (25 декабрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2024.
  6. КИНО: Энциклопедический словарь, главный редактор С. И. Юткевич, М. Советская энциклопедия, 1987, с.539
  7. Как актриса Надежда Репина стала прототипом главной героини фильма «Зимняя вишня». Культурология.РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2024.
  8. 1 2 Зимняя вишня 2 (1990). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2024.
  9. 1 2 Зимняя вишня 2 (фильм, 1990). 1990, мелодрама, Россия, США. Film.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2024.
  10. «Зимняя вишня 2», СССР (Soviet Union), 1990. Архивная копия от 8 август 2021 на Wayback Machine (инг.) // imdb.com
  11. «Новейшая история отечественного кино 1986—2000». Кинословарь, том III. — СПб.: «Сеанс», 2001. — С. 78. — 624 с.
  12. «Зимняя вишня 3», Россия (Russia), 1995. Архивная копия от 8 февраль 2017 на Wayback Machine (инг.) // imdb.com
  13. Зимняя вишня 3 (ТВ, 1995). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2024.
  14. Зимняя вишня-4 (2022). Кино-театр.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2024.
  15. Светлана Мазурова. Игорь Масленников: Сегодня зритель приучен Голливудом к аттракционам. Игорь Масленников снимет продолжение своего знаменитого фильма. Российская газета (7 апрель 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2024.
  16. «Зимнюю вишню 4» снимают без Соломина Сетевое издание «Вести.ру» // vesti.ru (21 июня 2017 года)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә