Зиннуров Ирек Хәйҙәр улы

Ирек Хәйҙәр улы Зиннуров (рус. Зиннуров, Ирек Хайдарович; 1969 йылдың 11 ғинуары, Яҡутск) — Рәсәй ватерполсыһы, ике тапҡыр Олимпия уйындары призеры (2000, 2004), донъя һәм Европа чемпионаты призеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, хәрәкәтсән һөжүмсе. Дуҫлыҡ ордены кавалеры.

Биографияһы

Ирек Хәйҙәр улы Зиннуров 1969 йылдың 11 ғинуарында Яҡутск ҡалаһында тыуған. Ҡазандың 8-се балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервының махсуслаштырылған спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Беренсе тренеры — В. Горюнов. Симферополь дәүләт университетын тамамлаған (1992).

1994 йылда Волгоград клубы «Лукойл-Спартак» өсөн уйнай башлай, уның составында дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы була (1997, 1999, 2003, 2004) һәм алты тапҡыр Рәсәй кубогын яулай (1998, 2000, 2001, 2002, 2003, 2004).

1995 йылда Рәсәй йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай. Сидней Олимпия уйындарының көмөш призеры (2000), Афинала Олимпия уйындарының бронза призеры (2004), 1998 йылда Изге ихтыяр уйындары еңеүсеһе (Нью-Йорк), 2001 йылда донъя чемпионатының бронза призеры (Фукуока), 2002 йылда Донъя лигаһының еңеүсеһе (Греция), Донъя Кубогы эйәһе 2002 (Белград), Европа чемпионатының бронза призеры 1997 (Севилья).

2004 йылдан «Синтез» командаһы капитаны була (Ҡазан), уның составында «Len Trophy» (2006—2007), Рәсәй чемпионатының (2007) һәм Рәсәй Кубогын яулай (2005).

2009 йылда спорт карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итә.

2009—2010 йылдарҙа «Оргсинтез» бассейны директор була, 2010 йылда «Синтез» клубының (Ҡазан) вице-президенты, 2011 йылдың ғинуар айында — «Синтез» клубының баш тренеры.

Дуҫлыҡ ордены һәм II дәрәжәләге «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнә.

2016 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһынан VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана.2020 йылдың 10 днкабрендә вәкәләтлегенән бушатыла[1].

2020 йылдың декабренән 2025 йылдың декабренә тиклем Әзербайжан Республикаһында Россотрудничество вәкиллеге, Баҡылағы Рәсәй мәғлүмәт һәм мәҙәни үҙәге (РИМК) етәксеһе була[2]. Был вазифаға күсеү менән бәйле ул Дәүләт Думаһы депутаты вәкәләттәренән баш тарта, ә уның мандаты Евгений Гришинға күсә[3]. Ул илселек советнигы дипломатик дәрәжәһенә эйә. 2025 йылдың декабрендә вәкиллекте (Баҡылағы «Рәсәй йорто») бөтөрөү арҡаһында үҙенең миссияһын тамамлай[4][5].

Закондар сығарыу эшмәкәрлеге

2016 йылдан 2019 йылға тиклем 7-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты вазифаһын башҡарыу осоронда федераль закон проекттарына 84 закон сығарыу башланғысы һәм төҙәтмәләрҙең авторҙашы булды[6].

Наградалары

  • Дуҫлыҡ ордены;
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы, 2-се дәрәжә[7];
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы (2025 йылдың 14 октябре) — хеҙмәттәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[8];
  • Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының «Бөйөк рус яҙыусыһы Ф.М.Достоевский 1821—2021» иҫтәлекле миҙалы (2022)[9].

Клубтар

  • Рәсәй флагы «Лукойл-Спартак» Волгоград ҡалаһы (1994—2004)
  • Рәсәй флагы «Синтез» Ҡазан ҡалаһы (2004—2009)

Һылтанмалар

  1. Госдума досрочно прекратила полномочия депутата Ирека Зиннурова. Реальное время. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2025.
  2. Зиннуров Ирек Хайдарович. Архивировано 29 ғинуар 2021 года.
  3. Дума досрочно прекратила полномочия депутата Ирека Зиннурова. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 август 2021. Архивировано 23 август 2021 года.
  4. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; BakuWS2025 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  5. Джейхун Байрамов: Ликвидация «Русского дома» в Баку полностью завершена. 1news.az. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2025.
  6. Объекты законотворчества :: Система обеспечения законодательной деятельности. sozd.duma.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2019. Архивировано 26 сентябрь 2019 года.
  7. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; :0 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  8. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; KremlinGramota2025 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  9. Ирек Зиннуров награждён медалью Министерства культуры Российской Федерации. InCity.az (5 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2025.