Зыкин Владимир Александрович

Зыкин Владимир Александрович (15 февраль 1935 йыл3 ноябрь 2021 йыл) — агроном-ғалим, генетик. 2009—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһы (рус. Всесоюзная академия сельскохозяйственных наук имени В. И. Ленина — ВАСХНИЛ) академигы (1989), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2013).

Биографияһы

Владимир Александрович Зыкин 1935 йылдың 15 февралендә Башҡорт АССР-ының[1] Бөрө ҡалаһында тыуған[2].

Юғары белемле: 1959 йылда Пермь ауыл хужалығы институтын[3] тамамлаған[4].

1952 йылданҠаҙаҡ ССР-ының Павлодар дәүләт ауыл хужалығы тәжрибә станцияһының кесе ғилми хеҙмәткәре һәм бер үк ваҡытта станция мөдире вазифаһын башҡарыусы[5].

1962 йылдан — Павлодар дәүләт ялан сорт һынау участкаһы мөдире[4].

1963 йылдан — Ленинград ҡалаһындағы Н. И. Вавилов исемендәге Бөтә Союз үҫемлекселек ғилми-тикшеренеү институтының Ҡаҙаҡ терәк пункты мөдире[5].

1968 йылдан — Себер ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1972 йылдан — яҙғы бойҙай селекцияһының лаборатория мөдире, 2004 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр[4].

2008 йылдан — «Кургансемена» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш ғилми хеҙмәткәре[2].

2009 — 2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

Арпа һәм бойҙай селекцияһы өлкәһендә эшләй. Заманса технологиялар талаптарына тап килгән һәм элеккеләр менән сағыштырғанда ҡиммәтле билдәләр һәм үҙенсәлектәр комплексына эйә булған 19 яҙғы бойҙай сортының һәм иген культуралары селекцияһының яңы ысулдары авторы[5].

Ғилми хеҙмәттәре

300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәте баҫылып сыға. 27 авторлыҡ танытмаһы һәм сорттарҙы уйлап табыуға 11 патент ала. Хеҙмәттәренең ҡайһы берҙәре:

• Возделывание новых сортов сельскохозяйственных культур: метод. рекомендации / соавт.: К. Г. Азиев и др. — Новосибирск, 1979. — 47 с.
• Основы комбинационной селекции самоопылителей в условиях Западной Сибири: метод. рекомендации / соавт. Н. А. Калашник. — Новосибирск, 1984. — 58 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997)[5]
• Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2013)[2]
• П. П. Лукьяненко исемендәге алтын миҙал (1991)[4].

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
  2. 1 2 3 4 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ЗЫКИН Владимир Александрович (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2025)
  3. Хәҙер Пермь дәүләт ауыл хужалығы академияһы.
  4. 1 2 3 4 Сайт «Энциклопедии. Словари. Справочники.» ЗЫКИН Владимир Александрович (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2025)
  5. 1 2 3 4 Российская академия наук, официальный сайт. Академику Зыкину Владимиру Александровичу — 80 лет! 15.02.2015  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 19 февраль 2025)

Һылтанмалар

«Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ЗЫКИН Владимир Александрович. рус. Дата публикации: 10.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019  (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2025)
Сайт «Энциклопедии. Словари. Справочники.» ЗЫКИН Владимир Александрович  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2025)
Российская академия наук, официальный сайт. Академику Зыкину Владимиру Александровичу — 80 лет! 15.02.2015  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2025)