Зәбиров Баҡый Зариф улы

Зәбиров Баҡый Зариф улы (1910 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты[1][2][3].

Биографияһы

Зәбиров Баҡый Зариф улы 1910 йылда Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында тыуған[1][3]. Ҡыҙыл Армияға 1942 йылдың декабрендә Өфө ҡалаһының Жданов район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[3]. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148‑се гвардия артиллерия-миномет полкында өлкән писарь булып хеҙмәт итә[2]

1943 йылдың 22 сентябрендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР), 1944 йылдың 28 июлендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 1945 йылдың 12 апрелендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР), 1945 йылдың 16 июнендә «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы, ә 1985 йылда II дәрәжә Ватан һуғышы юбилей ордены менән бүләкләнә[1][2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар