Зәйнетдинова Светлана

Светлана Зәйнетдинова (эст. Svetlana Zainetdinova; 1962 йылдың 19 октябре, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — СССР һәм Эстония шахматсыһы, шахмат буйынса Эстония чемпионы (1985), ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса ФИДЕ мастеры (2006), халыҡ-ара ИКЧФ мастеры (2009).

Биографияһы

1979 йылда Өфөлә урта мәктәп тамамлай. Шахмат менән Өфө Пионерҙар һарайында шөғөлләнә башлай. 1984 йылда Ленин орденлы Үҙәк дәүләт физик культура институтын (ГЦОЛИФК) тамамлай.

1984 йылдан Эстонияның Кохтла-Ярве ҡалаһы шахмат тренеры булып эшләй, ә 2002 йылдан — урындағы «Диагональ» шахмат клубы советы ағзаһы[2].

Шахмат буйынса Эстония чемпионатында алтын (1985) һәм көмөш (2000) миҙал яулай. Шахматты яҙышып (хат аша) уңышлы уйнай һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында ИКЧФ-ның халыҡ-ара мастеры (2006), ҡатын-ҡыҙҙар араһында ИКЧФ-ның халыҡ-ара гроссмейстеры (2009), ИКЧФ-ның халыҡ-ара мастеры (2009) исемдәренә лайыҡ.[3]

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар