Зәйниев Шәмси Зәйнетдин улы
Зәйниев Шәмси Зәйнетдин улы (1907 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән политрук[1][2][3].
Биографияһы
Зәйниев Шәмси Зәйнетдин улы 1907 йылда Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Иҫке Күл ауылында тыуған[1][2]. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың авгусында Өфө ҡала хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1][3]. 8 кавалнрия корпусының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкында партия-сәйәси пропаганда буйынса инструктор булып хеҙмәт итә[1][2].
Һуғыш яланында күрһәткән батырлығы өсөн 1942 йылдың 31 июлендә «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 02.07.1942-11.07.1942, документ датаһы: 31.07.1942, Приказ №: 68/н) менән бүләкләнә[1][2][3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Память народа. Зайниев Шамс Зайнеевдинович
- ↑ 1 2 3 4 Шаймуратовцы. ЗАЙНЕЕВ (Зайниев) Шамси Зайнеевдинович (Зайниевич)
- ↑ 1 2 3 Зайнеев Шамси 2021 йылдың 29 июнь көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- Память народа. Зайниев Шамс Зайнеевдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Шаймуратовцы. ЗАЙНЕЕВ (Зайниев) Шамси Зайнеевдинович (Зайниевич) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Зайнеев Шамси 2021 йылдың 29 июнь көнөндә архивланған.