Зөлҡәрнәев Ғүмәр Зөлҡәрнәй улы

Зөлҡәрнәев Ғүмәр Зөлҡәрнәй улы (1903 йыл, Башҡортостан Республикаһы Белорет районы — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы[1][2][3].

Биографияһы

Зөлҡәрнәев Ғүмәр Зөлҡәрнәй улы 1903 йылда (икенсе мәғлүмәт буйынса 1904 йылда) Башҡортостан Республикаһының Белорет районында тыуған[3][3][1]. Ҡыҙыл Армияға 1942 йылда Белорет район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[2][3]. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының миномет батареяһында миналар ташыусы булып хеҙмәт итә[2][1].


Һуғыш яланында күрһәткән батырлығы өсөн 1944 йылдың 30 сентябрендә «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 18.01.1944, документ датаһы: 30.09.1944, Приказ №: 16/н) менән бүләкләнә[2][3][1].

«Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән Наградлау ҡағыҙында Зөлҡәрнәев Ғүмәр Зөлҡәрнәй улының батырлығы тураһында ошолай тасуирлана:

« Миномет батареяһының миналар ташыусыһы гвардия ҡыҙылармеецы Зөлҡәрнәев Ғүмәр Зөлҡәрнәй улын, 1944 йылдың 18 ғинуарында Петриков ауылы районында һуғыш ваҡытында, көслө ут аҫтында үҙенең расчетына миналар ташығаны өсөн «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләргә[1]. »

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Сығанаҡтар