Ибраһимова Венера Латип ҡыҙы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d] и профессор
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 9 декабрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (83 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Һөнәр төрө ғалим, университет уҡытыусыһы
Тыуған урыны

Ибраһимова Венера Латип ҡыҙы (9 декабрь 1940 йыл) — ғалим-тел белгесе, филология фәндәре докторы (1994), профессор (1997), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2009), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). Рус, башҡорт һәм поляк телдәренең ҡылым семантикаһы буйынса эштәре, полонистика һәм лингвистиканың актуаль проблемалары менән билдәле[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Венера Латыповна Ибраһимова 1940 йылдың 9 декабрендә Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районының Мораҡ ауылында тыуған.

1963 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағандан һуң ошо уҡ уҡыу йортонда эшләй башлай[2].

1994 йылда «филология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп диссертация яҡлай. 1995 йылда Башҡорт дәүләт университетының дөйөм һәм сағыштырма-тарихи телде өйрәнеү кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә[3]. 1997 йылда профессор итеп һайлана[4].

Ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә, улар рус, башҡорт һәм поляк телдеренең ҡылым семантикаһына, полонистика һәм лингвистиканың актуаль проблемаларына бағышланған. Был темалар буйынса 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт яҙа[4].

Башҡортостан Республикаһының «Польша мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге «Возрождение»» төбәк йәмәғәт ойошмаһы идараһының фәнни, редакция-нәшриәт эше секторын етәкләй[4].

Ошо йылдар эсендә бер нисә ғилми баҫманың мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы булып тора. Кандидатлыҡ диссертацияларын, 1997 йылдан — докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса советты етәкләй. Башҡортостан Республикаһының «Яңырыу» Польша мәҙәниәт һәм мәғариф үҙәген һәм Өфөлә А. П. Пенкевич исемендәге Польша милли йәкшәмбе мәктәбен асыуҙы ойоштороусы була[5].

Юғары профессионализм, күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Почет грамотаһы, Башҡорт университетының Нефтекама филиалының «Йыл уҡытыусыһы» дипломы, Башҡортостан Республикаһының Поляк мәҙәни-ағартыу үҙәге Советы грамотаһы, славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте халыҡ-ара фонды дипломы, Польша Республикаһы халыҡ мәғарифы министрлығының миҙалы менән бүләкләнә. 2011 йылда республикала «Соцветие» поляк мәҙәниәте фестивален үткәреүгә Башҡортостан Республикаһы Президенты грантын ала[4].

Мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн 2009 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов Указы менән «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. 2000 йылда Венера Ибраһимоваға шулай уҡ «Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре» исеме бирелә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй федерацияһының юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (2000),
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2009),
  • Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Почет грамотаһы,
  • Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалының «Йыл уҡытыусыһы» дипломы.
  • Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фонды дипломы,
  • Польша Республикаһы халыҡ мәғарифы министрлығы миҙалы.

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Семантика русского глагола: лексика движения. Уфа, 1988
  • Семантика глаголов пространственной локализации в современном русском языке. Уфа, 1992

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]