Ибәтуллин Зәйнулла

Ибәтуллин Зәйнулла (1891 йыл — март 1919 йыл) — совет эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Рәсәйҙәге Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы, тулы Георгий таҫмаһы кавалеры.

Биографияһы

Зәйнулла Ибәтуллин 1891 йылда Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең (хәҙер Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Ҡорамша ауылында тыуған. Белеме — башланғыс.

Беренсе донъя һуғышында фелдьфебель званиеһендә хеҙмәт иткән. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн дүрт Георгий тәреһе һәм дүрт Георгий «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Силәбе башҡорттары араһында тулы Георгий таҫмаһы кавалеры булған башҡа берәү ҙә юҡ[1].

Зәйнулла Ибәтуллин һуғыштан һуң Мөхәмәтҡолой улусына ҡайта. Улус совет власының зәһәр дошмандары — Ҡорбанғәлиевтар ҡулында була[1]. 1918 йылда Силәбе өйәҙе Мөхәмәтҡол улусының эшсе-крәҫтиәндәр һәм ҡыҙылармеецтар эштәре буйынса Совет рәйесе булып һайлана. Бында ул совет власын урынлаштырыуҙа ҙур эштәр башҡара. 1918 йылдың көҙөндә, башҡорт мосолман частары төҙөлгәндә, Зәйнулла Ибәтуллин аҡтар армияһына хеҙмәткә алына. Көнбайыш армия генералы М. В. Ханжин бойороғо буйынса 1919 йылдың 11 мартында хәрби ялан судына тапшырыла. Ул һалдаттар араһында ҡыҙылдарға бирелергә агитация алып барыуҙа, Силәбеләге аҡ офицерҙарҙы һәм Юғары идараны юҡ итергә йыйыныуҙа ғәйепләнә. 1919 йылдың мартында Зәйнулла Ибәтуллинды аҡтар армияһының контрразведкаһы атып үлтерә.

Наградалары

  • 4 Георгий тәреләре;
  • «Батырлыҡ өсөн» 4 Георгий миҙалдары.

Хәтер

Зәйнулла Ибәтуллиндың тыуған ауылы Ҡорамшала ойошторолған колхозға «Зәйни батыр» исеме бирелә[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр