Игебай (исем)

Disambig.svg
РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Викидата элементы юҡ

Игебай — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла киң ҡулланыла.

Этимологиһыя[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Игебай боронғо башҡорт исеме: иге, яҡшы һүҙенә + бай (ир-ат исеме ялғауы) һүҙе ҡушып яһалған[1]

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Игебай Таңғатаров — Бөрйән районы Аҫҡар ауылына нигеҙ һалған Түңгәүер волосы аҫабаһы, старшина ярҙамсыһы Аҫҡарҙың икенсе улы Таңғатар Аҫҡаровтың улы[2].

Фамилияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Игебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы (2 июль 1930 йыл — 27 сентябрь 2016 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2010). 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының (1980) һәм РСФСР-ҙың (1991) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1990) һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Игебаева Фәниә Абдулхаҡ ҡыҙы — философия фәндәре кандидаты, доцент, эш урыны: Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы[3]

Атаһы исемендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Абдрахманов Ғатау Игебай улы (1927) — Башҡорт АССР-ы Хәйбулла районы Аҡйегет ауылында тыуған, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана.[4]

Ауылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Игебай (рус. Игубаево) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Игебай уҡыуҙары» — Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаев исемендәге һәм Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған республика ғилми-ғәмәли конференция.[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ