Ғүмәров Илдар Ибраһим улы

Илдар Ибраһим улы Ғүмәров (рус. Ильдар Ибрагимович Гумеров1958 йылдың 23 сентябре, Илсеғол ауылы, Башҡорт АССР-ы) — совет, Рәсәй театр актёры. 1986 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2019).

Биографияһы

1958 йылдың 23 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Илсеғол ауылында тыуған.

1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (педагогы Исрафилов Р. В.) тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында башлай.

1986 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй.

Трагик, лирик, комик ролдәр уйнай. Автор-башҡарыусы, репертауарында халыҡ һәм эстрада йырҙары.

2019 йылда Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде[2].

Спектаклдәрҙәге ролдәре

  • Зөлҡәрнәй («Тиле йәшлек» — Абдуллин И.);
  • Кулыгин («Өс ҡыҙ туған» — Чехов А. П.);
  • Миловзоров («Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» — Островский А. Н.);
  • Нәҙир («Ҡара розалар» — Джамал С.);
  • Незнамов («Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» — Островский А. Н.);
  • Сит кеше (« Айгөл иле» — Кәрим М.);
  • Рәфис («Хушығыҙ» — Миңнуллин Т.);
  • Рәфис («Шаршамбы, шаршамбы!» — Миңнуллин Т.);
  • Ҡарт Баян («Яралы яҙмыш» — Асанбаев Н.);
  • Тәлғәт («Һөйгән йәр» — Байбулатов Р.);
  • Хәлил («Ғәлиәбаныу» — Фәйзи М.);
  • Шәрәф («Аҫылйәр» — Фәйзи М.).

Ғаиләһе

  • Ҡатыны — Лира, һөнәре буйынса фельдшер.
  • Ғаиләлә өс ул үҫә, икеһе — балет артисы[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999);
  • Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1992);
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (2019).

Иҫкәрмәләр

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. СПИСОК награжденных(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2022)
  3. «Сапһын күктә көмөш яллы аҡ толпар!» vatandash.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июль 2026.

Һылтанмалар