Ильенко Юрий Герасимович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Юрий Ильенко
Юрій Герасимович Іллєнко
ВП Юрий Ильенко.jpg
Исеме Юрий Герасимович Ильенко
Тыуған көнө 18 июль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны
Вафат көнө 15 июнь 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (73 йәш)
Вафат урыны Прохоровка, Каневский районы, Черкассы өлкәһе,
Украина
Гражданлығы
Һөнәре кинорежиссёр, сценарист, кинооператор
Наградалары
ІІ дәрәжә «За заслуги» ордены Order for Merit of Ukraine.png
Украин ССР-ының Тарас Шевченко исемендәге премия лауреаттары
IMDb ID 0407946
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Ильенко Юрий Герасимович (укр. Юрій Герасимович Іллєнко; 18 июль 1936 йыл — 15 июнь 2010 йыл) — кинорежиссёр, сценарист, кинооператор һәм сәйәсмән. Украина ССР-ының халыҡ артисы (1987).

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юрий Герасимович Ильенко 1936 йылдың 9 майында (икенсе мәғлүмәттәр буйынса — 18 июлдә) Черкассы ҡалаһында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ғаиләһе менән бергә Себергә эвакуациялана, атаһы фронтта була. 1960 йылда ВГИК кинематография факультетын тамамлай (А. В. Гальперин оҫтаханаһы, етәкселәр — Б. И. Волчек, С. П. Урусевский). Я. А. Сегелдең «Күгәрсендәр менән хушлашыу» (1960) фильмында кинематографсы булараҡ тәүге тапҡыр сығыш яһай. «Ялта» киностудияһында, 1963 йылдан Киевта А. П. Довженко исемендәге киностудияла эшләй.Ильенко донъяла С. И. Параджановтың «Онотолған ата-бабаларҙың күләгәһе» фильмын төшөргән оператор булараҡ таныла.

Ильенконың режиссёрлыҡ эштәре украин шиғри кино мәктәбенә ҡарай (Л.M. Осык һ. б.). Улар халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә призлы урындар менән бүләкләнә.

Бер нисә фильмда актер булараҡ төшә (Ньютон урамы, 1, 1963). Шулай уҡ уның рәссам булараҡ күргәҙмәләре үтә.

1973 йылдан КПСС ағзаһы. Украина бойондороҡһоҙлоҡ алған осорҙа әүҙем сәйәси позицияла тора, хәҙерге украин милләтселеге идеяларын таныта, уларҙы үҙенең әҙәби-художество әҫәрҙәрендә һәм журналистикаһында пропагандалай[1][2][3]. Ғүмеренең һуңғы йылдарында «Свобода» Бөтә Украина ассоциацияһының сәйәси советы ағзаһы була.

2010 йылдың 15 июнендә Прохоровка ауылында (Украинаның Черкассы өлкәһе Канев районы) вафат була. Шунда ерләнгән.

Ағалары — Вадим Герасимович Ильенко, кинематографсы, Михаил Герасимович Ильенко, режиссер.

Ҡатыны - Людмила Филипповна Ефименко, никахта ике улдары - Филипп һәм Андрей тыуған. Тәүге ҡатыны актриса Лариса Кадочникова булған, айырылышҡандар[4][5].

Фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оператор
  1. 1960Прощайте, голуби
  2. 1962Где-то есть сын
  3. 1964Тени забытых предков
  4. 1999Аве Мария
Режиссер
  1. 1965Родник для жаждущих (укр.)баш.
  2. 1968Вечер накануне Ивана Купалы
  3. 1971Белая птица с чёрной отметиной (первая премия Московского МКФ, премия МКФ в Сорренто, оператор — Вилен Калюта)
  4. 1972Наперекор всему (советско-югославский)
  5. 1974Мечтать и жить (по сценарию Ивана Миколайчука)
  6. 1976Праздник печёной картошки
  7. 1979Полоска нескошенных диких цветов
  8. 1981Лесная песня. Мавка (по Лесе Украинке)
  9. 1983Легенда о княгине Ольге
  10. 1987Соломенные колокола
  11. 1990Лебединое озеро. Зона (по сценарию С. Параджанова, Приз ФИПРЕССИ на Каннском МКФ)
  12. 1996Сергей Параджанов. Партитура Христа до мажор
  13. 2001Молитва о гетмане Мазепе
Сценарист
  1. 1983Миргород и его обитатели (сценарий авторы; режиссёр Михаил Ильенко)
Актер
  1. 1963Улица Ньютона, дом 1Тимофей Сувернев (озвучивает Кирилл Лавров)
  2. 1974Мечтать и житьлитейщик Герасим
  3. 2001Молитва о гетмане Мазепегенерал Жук

Педагогик эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1986 йылдан И. К. Карпенко-Кари исемендәге Киев театр сәнғәте институтының кинорежиссёрлыҡ һәм кинодраматура кафедраһы мөдире, профессор.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Кино парадигмаһы». Киев: Abris, 1999

Танылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • УССР-ҙың халыҡ артисы (1987)
  • Украина сәнғәт академияһы ағзаһы (1996)
  • Украина Президентының Почет билдәһе (1996)[6]
  • Т. Г. Шевченко исемендәге УССР Дәүләт премияһы (1991) — «Онотолған ата-бабаларҙың күләгәһе» фильмы өсөн
  • II дәрәжә «Ҡаҙаныштар өсөн» ордены (10 сентябрь 2008 йыл)
  • Александр Довженко исемендәге Украина дәүләт премияһы (2005) — ватан кинематографияһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн
  • 2018 йылда декоммунизация ваҡытында Мельников урамы Юрий Ильенко хөрмәтенә үҙгәртелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]