Имелбаева Эльвира Арҡам ҡыҙы
Эльвира Арҡам ҡыҙы Имелбаева (рус. Имельбаева Эльвира Аркамовна; 1955 йылдың 2 ғинуары, Йәрмәкәй, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй ғалимы, биолог. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (2002).
Биографияһы
Эльвира Арҡам ҡыҙы Имелбаева 1955 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы Йәрмәкәй ауылында тыуған. 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетын һәм 2003 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған.
1980 йылдан Э. А. Имелбаева Башҡорт дәүләт медицина институтын патологик физиология кафедраһында, һуңынан 1 — се фармакология кафедраһы ҡарамағындағы иммунология курсында эшләй. БДМУ-ла төп эшен 10 йыл дауамында КДЛ-дың табип-лаборанты вазифаһы менән берлектә алып бара, юғары квалификация категориялы белгес[1].
2000 йылдан хәҙерге ваҡытҡа тиклем Э. А. Имельбаева БДМУ — ның лаборатория медицинаһы кафедраһы профессоры, иммунологик һәм цитологик йүнәлештәге циклдар буйынса яуаплы. Э. А. Имельбаева профессионциялар уҡый, һөнәри ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияны күтәреү циклдарында, шулай уҡ кафедра ординаторҙарында, БР УРТА медицина хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү курстарында Һәм Башҡорт медицина колледжының лаборатория бүлеге студенттарында семинар һәм практик дәрестәр үткәрә.
1992 йылда Э. А. Имелбаева «Реактивность организма и иммунопатологические эффекты при различных путях воздействия производных уротропина в эксперименте» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, 1998 йылда «Иммунотропные эффекты феноксигербицидов» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Ул хәҙерге иммунологияның көнүҙәк проблемалары менән шөғөлләнеүен дауам итә (иммуноэкология, иммунодиагностика, иммунореабилитация), дәғүәселәрҙең, дипломсыларҙың, практик табиптарҙың, студенттарҙың ғилми тикшеренеүҙәре менән етәкселек итә. Уның етәкселегендә 5 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана, 300-ҙән ашыу фәнни эше, монографияһы, 30 методик һәм уҡыу эшләнмәләре, 6 рационализаторлыҡ тәҡдиме бар[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
Имелбаева Эльвира Арҡам ҡыҙының фәнни тикшеренеүҙәре иммунологияның экологик аспекттарына, гинекология, дерматовенерология, стоматология һәм клиник цитологияла иммунопатология проблемаларына арналған. Эльвира Арҡам ҡыҙы ҡатнашлығында республика дауалау практикаһына серологик скрининг һәм йөклөлөктөң 1‑се һәм 2‑се триместрҙарында тыумыштан булған үҫеш кәмселектәрен диагностикалау ысулдары индерелә, гинекологик һәм башҡа ауырыуҙарҙы цитологик диагностикалау үҫтерелә. 330‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы[3].
Фәнни ҡаҙаныштары
- Биология фәндәре докторы (1999), профессор (2002)[2]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Имелбаева Эльвира Арҡам ҡыҙы. Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026.
- ↑ 1 2 3 Имельбаева Эльвира Аркамовна. БГМУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026.
- ↑ Иммунотропные эффекты феноксигербицидов: Экспериментальное исследование. Электоронная библиотека диссертаций. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026.
Һылтанмалар
- Имелбаева Эльвира Арҡам ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Сайт-энциклопедия Ермекеевского района 2016 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (рус.)