Йәһүҙин Инсур Ғәззәли улы

Инсур Ғәззәли улы Йәһүҙин (псевдонимы Инсур Артур; рус. Ягудин Инсур Газзалиевич1951 йылдың 26 марты, Иҫке Мөсәт, Башҡорт АССР-ы2011 йылдың 11 марты) — совет һәм Рәсәй шағиры һәм журналисы. СССР-ҙың Журналистар, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы.

Биографияһы

Инсур Ғәззәли улы Йәһүҙин (Инсур Артур) 1951 йылдың 26 мартында Бөрйән районының Иҫке Мөсәт ауылында (икенсе мәғлүмәттәр буйынса, Белорет ҡалаһында[1]) тыуған.

Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлаған, журналистика буйынса юғары һөнәри белем алған.

Шиғырҙары, нәҫерҙәре матбуғатта 14 йәшендә күренә башлай. Оҙаҡ йылдар матбуғат өлкәһендә эшләй: гәзит баҫыусы, хәбәрсе, бүлек мөдире, «Совет Башҡортостаны» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, «Таң» гәзитенең баш мөхәррире була. СССР, Рәсәй, Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы. 1996 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Шиғырҙары, башҡа әҫәрҙәре төрлө телдәрҙә Мәскәүҙә, туғандаш республикаларҙа, сит илдәрҙә донъя күрҙе.

И. Ғ. Йәһүҙин 2011 йылдың 11 мартында вафат булды. Тыуған ауылында ерләнгән[2].

Китаптары

  • Юлға сығам (шиғырҙар)
  • Тауҙарҙа тауыш аҙашмай (поэма һәм шиғырҙар)
  • Көнлөғояш (проза)
  • Дала сыңы (шиғырҙар)
  • Төлкө килде ҡунаҡҡа" (балалар өсөн шиғырҙар) китаптары донъя күрҙе
  • Даға ҫыңы
  • Атайсал — бөрйәндәрдең ере
  • Яраһыҙ һағыш
  • Йөрәгемдә кояш күтәрәм

Күләмле әҫәрҙәре, поэмалары

  • Тулғанай
  • Тауыштар
  • Тынлык минуты
  • Гөргөлдәк
  • Ете моң
  • Минең ҡоролтай
  • Ысыҡлы дала»
  • Тыуған көндәр

Хәтер

2021 йылдың 2 апрелендә Бөрйән районы район Мәҙәниәт һарайында күренекле башҡорт шағиры, журналист И. Ғ. Йәһүҙин тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте. Сарала шағирҙың тормош юлы һәм ижады тураһында сығыштар яңғыраны, уның шиғырҙары уҡылды. Инсур Йәһүҙиндең башҡорт әҙәбиәтенә һәм публицистикаһына индергән өлөшө айырыуса билдәләнде. Уның ижадын юғары художестволы һүҙҙе һөйөүселәрҙең ихтирам менән ҡабул итеүе, ә публицистик мәҡәләләрендә замандың көнүҙәк мәсьәләләрен күтәреүе атап үтелде[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 март 2021)
  2. 1 2 В Бурзянском районе прошел вечер памяти Инсура Ягудина. Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан (2 апрель 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026.

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 март 2021)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 март 2021)

Һылтанмалар