Ираҡ короллеге
Ираҡ короллеге - (рус. Королевство Ирак, ғәр. المملكة العراقية - Мәмләкә әл-Ғираҡиә) — Ираҡ дәүләтенең Милләттәр Лигаһы 1920 йылда Бөйөк Британияға биргән мандаты ғәмәлдән сыҡҡандан һуңғы осорҙағы статусы.
Тарихы
Короллек 1921 йылда иғлан ителә. 11 йылдан мандат ғәмәлдән сыға, әммә короллек 1958 йылға тиклем йәшәп килә, шул йылда ираҡ дәүләт һәм хәрби эшмәкәре Әбдел Ҡасим етәкселегендә хәрби түңкәрелеш була һәм короллек бөтөрөлә.
Король Фейсал II, уның ғаиләһе, хөкүмәт ағзалары аттырыла. Ираҡ республикаһы иғлан ителгәндән һуң Бағдад пакты юҡҡа сығарыла һәм Советтар Союзы менән дуҫтарса мөнәсәбәттәр башлана.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Duiker, William J; Spielvogel, Jackson J. World History: From 1500. 5th edition. Belmont, California, USA: Thomson Wadsworth, 2007. Pp. 839.
- Ghareeb; Dougherty. Pp lvii