Зарипов Ирек Айрат улы
Зарипов Ирек Фәсхетдин улы менән бутамаҫҡа
Зарипов Ирек Айрат улы (рус. Зарипов, Ирек Айратович; 1983 йылдың 27 марты, Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы) — саңғысы һәм биатлонсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Йәмәғәт эшмәкәре. Ванкувер Паралимпиадаһының дүрт тапҡыр чемпионы, Сочи олимпиадаһында Рәсәй вәкиле, терәк-хәрәкәт ағзалары имгәнгән инвалидтарҙың Рәсәй физкультура һәм спорт федерацияһының беренсе вице-президенты. Башҡортостан Республикаһының 5[1]—6-сы[2] саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013—2023), 4-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010), «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010), Салауат Юлаев (2014) ордендары кавалеры. «Ватан һаҡсылары» төбәк фонды директоры урынбаҫары (2024 йылдан)[3].
Биографияһы
Ирек Айрат улы Зарипов 1983 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Ата-әсәһе — Айрат Ғабделхамат улы һәм Вәсилә Мостафа ҡыҙы Зариповтар, кирбес заводы эшселәре[4][5]. Мәктәптә Ирек саңғы һәм баскетбол менән мауыға, футбол уйнай, бокс һәм көрәш менән шөғөлләнә[6]. 2000 йылда 17 йәшендә аварияға эләгә: ике аяғын да киҫәләр. Инвалидлыҡҡа ҡарамаҫтан, һөнәри лицей һәм Башҡорт иҡтисад-юридик колледжын тамамлай[6]. 2011 йылда Стәрлетамаҡ физик культура институтын (Урал дәүләт физик культура университеты филиалы)) тамамлай. Стәрлетамаҡ «Иҙел» спорт комплексында шөғөлләнә (беренсе тренеры — Ф. Н. Ғөбәйҙуллин). Үҙен төрлө спорт төрҙәрендә: еңел һәм ауыр атлетика, йөҙөү, өҫтәл теннисы буйынса һынап ҡарай. 2004 йылда еңел атлетика буйынса Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһына индерелә. Рәсәй чемпионатында саңғы уҙыштары һәм биатлон буйынса өлкән тренер Ирина Громова менән таныша һәм уның тәҡдиме буйынса Башҡортостандың билдәле тренеры Салауат Ғүмәровта саңғы спорты менән шөғөлләнә башлай[6].
2005 йылда Ирек Зарипов Башҡортостан Республикаһының юғары спорт мастерлығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры — С. Р. Ғүмәров). Шул уҡ йылда Рәсәй паралимпия йыйылма командаһы составына индерелә. Туринда 2006 йылғы Ҡышҡы Паралимпия уйындарында ҡатнаша, унда 7,5 км биатлон буйынса 4-се урынды яулай[6]. Еңел атлетика буйынса 100, 200, 400, 800 м һәм 1500 м дистанцияларҙа Рәсәй чемпемпионы (12 тапҡыр, 2006—2008). 2010 йылда Ванкуверҙа үткән Ҡышҡы Паралимпия уйындарында 4 алтын миҙал ала: биатлонда 2,4 км (эҙәрлекләү) һәм 12,5 км алыҫлыҡта һәм саңғыла 15 км һәм 10 км алыҫлыҡта саңғыла; саңғыла 1 километрға йүгереүҙә көмөш миҙал яулай[6].
2010 йылдың июнендә III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Стәрлетамаҡ делегаты булып ҡатнаша[7].
2024 йылда, туғыҙ йыллыҡ тәнәфестән һуң, «велоспорт» дисциплинаһында үҙенең ҙур спортҡа ҡайтыуын белдерә[8]
2024 йылдың декабренән — «Защитники Отечества» төбәк фондының инвалидлыҡ алған МХО ветерандарының өйҙәрендә уңайлы шарттар булдырыу, уларҙы артабан эшкә урынлаштырыуға, уҡыуға керетеүгә, хәрби операция ветерандарын спортҡа ылыҡтырыу мәсьәләләре буйынса директор урынбаҫары[9].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- 2010 йылдан — Рәсәй терәк-хәрәкәт ағзалары имгәнгән инвалидтарҙың физкультура һәм спорт федерацияһының беренсе вице-президенты.
- Урал физик культура академияһы ағзаһы.
- 2013—2023 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының V—VI саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты. Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәье буйынса комитет рәйесе урынбаҫары була (2014[2], 2020[10] йй.).
- 2015 йылда парламенттың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса Эксперт советы рәйесе итеп һайлана[11].
Спорт ҡаҙаныштары
Алтын —2009 йылда Рәсәй чемпионаты — 1-се урын (5 км)
Көмөш —2009 йылда донъя чемпионаты — 2-се урын
Алтын — 2010 йылғы Ҡышҡы Паралимпия уйындары— 1-се урын (биатлон, 2, 4 км)
Алтын — 2010 йылғы Ҡышҡы Паралимпия уйындары — 1-се урын (саңғы уҙышы,15 км.)
Алтын — 2010 йылғы Ҡышҡы Паралимпия уйындары — 1-се урын (биатлон, 12,5 км.)
Алтын — 2010 йылғы Ҡышҡы Паралимпия уйындары — 1-се место (саңғы уҙышы, 10 км.)
Көмөш — 2010 йылғы Ҡышҡы Паралимпия уйындары — 2-се урын (саңғы уҙышы, 1 км.)
Көмөш — 2014 йылғы Ҡышҡы Паралимпия уйындары — 2-се урын (саңғы уҙышы, 15 км.)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- IV дәрәжә Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн (2010 йылдың 26 мартында спорт һәм физик күлтураны үҫтереүҙәге өлөшө һәм X Паралимпиадаһында (Ванкувер, Канада) күрһәткән юғары ҡаҙаныштары өсөн)[12];
- Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2010)[13].;
- «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн» ордены (2010)[14];
- Башкортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2006 йылдың 24 апреле)[15];
- «Инва-спорт» номинацияһында Елена Мухина премияһы лауреаты (2011)[16];
- I дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәтәре өсөн» ордены миҙалы (2014);
- Салауат Юлаев ордены (2014);
- «Йыл рәсәйлеһе» милли премия (2011)[17]
« Нужно искать себя в жизни, думать, чем ты можешь быть полезен. Да, это нелегко, тяжело, но жизнь так устроена. Нужно ставить цель и добиваться её.»
И. Зарипов
Ғаиләһе
Өйләнгән. Улы — Айнур (2008), ҡыҙы — Диана (2010).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Зарипов Ирек Айратович. deputat.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 Зарипов Ирек Айратович. 8 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Спорт открывает дорогу в новую жизнь – Ирек Зарипов. 8 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Олег Першин. С возвращением, Ирек! // Официальный сайт администрации городского округа «Город Стерлитамак». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2025. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Хесина, Виктория. «А Ирек-то наш золотой!» Паралимпийские игры в Сочи: цена побед Зарипова // Аргументы и факты. — 2014. — № 10 (1739) за 5 марта. — С. 52—53. Архивировано 17 сентябрь 2016 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 Ирек Зарипов // Советская молодёжь. — 2010. — № 16 (7401) за 21 апреля. — С. 6. Архивировано 8 март 2016 года.
- ↑ Вахит Рахматович Абдрахимов, глава администрации городского округа «город Стерлитамак», о делегации Стерлитамака на III Всемирном курултае башкир // Республика Башкортостан. — 2010. — № 116 за 15 июня. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Известный паралимпиец из Башкирии Ирек Зарипов возвращается в большой спорт. gtrkrb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2025.
- ↑ Спорт открывает дорогу в новую жизнь – Ирек Зарипов. 8 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Кудеев, Марат. Единороссы поддержали кандидатуру Ирека Зарипова на должность зампреда комитета Госсобрания (24 март 2020). 8 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Председателем экспертсовета по спорту Курултая Башкирии стал Ирек Зарипов | Приволжский ФО | ФедералПресс. 8 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 26 марта 2010 года № 373 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». // Официальный сайт Президента России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 август 2025. Архивировано 25 июнь 2016 года.
- ↑ Приказ о присвоении почетного спортивного звания "Заслуженный мастер спорта России". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2025. 2012 йылдың 20 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Президент Башкортостана Муртаза Рахимов наградил Ирека Зарипова и Кирилла Михайлова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 август 2025. Архивировано 5 декабрь 2020 года.
- ↑ М. Г. Рахимов подписал указы о награждении спортсменов-олимпийцев. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2025.
- ↑ Вручена премия Мухиной (ru-RU), Interfax.ru (28 сентябрь 2011). 8 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Россиянин года» на сайте Российской Академии бизнеса и предпринимательства. ex.ru/content/«россиянин-года»-2011. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2025.
Әҙәбиәттә
- Барый Ноғоманов. «Счастье в твоих руках/Бәхетең һинең ҡулдарҙа; повесть». — Өфө: «Китап», 2013 й.
Һылтанмалар
- Зарипов Ирек Айрат улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Профиль на сайте Паралимпийских игр 2010 года в Ванкувере (инг.)
- Качественные характеристики членов спортивной сборной команды Российской Федерации выезжающей на Х Паралимпийские зимние игры в Ванкувер 2010 йылдың 22 март көнөндә архивланған. на сайте Министерства спорта, туризма и молодёжной политики Российской Федерации
- Участники зимних Паралимпийских игр в Турине из Башкортостана Архивная копия от 29 ноябрь 2014 на Wayback Machine
- «Советская молодёжь» 16-21 апрель, 2010 г. 6-я стр. Кумиры / Ирек Зарипов