Ғәзизов Искәндәр Хәниф улы

Биографияһы

И. Х. Ғәзизов Башҡорт АССР-ының Белорет районының Йөйәк ауылында 1984 йылдың 8 авгусында тыуған. Өс балалы ғаиләлә иң кесеһе була.

Музыкаға һәләте бала саҡтан уҡ асыла. 6-сы класта уҡыған сағында тыуған ауылына концерт менән килгән йырсылар Р. Аҡкучукова һәм Ғ. Хәмзин уның йырлау оҫталығына иғтибар итә. Р. Аҡкучукова йәш башҡарыусыны Өфөлә уҙғарылған үҙенең 50 йәшлек юбилей кисәһендә ҡатнашырға саҡыра. Был сарала Ғәзизов «Үтте лә китте йәшлегем» йырын башҡара. Был сығыш уның профессиональ йырсы (рус.)баш. булыу юлын билдәләй[1].

2005 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 2010 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Студент сағында уҡ йырсы булараҡ республикала таныла башлай.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй.

«Дуҫлыҡ моңо», «Урал моңо», «Ирәндек моңдары», «Гәлсәр һандуғас», «Башҡорт йыры» кеүек мәртәбәле бәйгеләр лауреаты[2].

2022 йылдың 25 мартында йырсыға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде[3].

Ғаиләһе

Ҡатыны Элина. Бер ул (2024 йылғы) тәрбиәләйҙәр[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • «Дуҫлыҡ моңо», «Урал моңо», «Ирәндек моңдары», «Гәлсәр һандуғас», «Башҡорт йыры» республика һәм төбәк-ара конкурстары лауреаты;
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2022)[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Искәндәр Ғәзизовтың йырсы булып китеү сере (башҡ.). Башҡортостан гәзите (8 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2026.
  2. 1 2 Башҡорт дәүләт филармонияһында Искәндәр Ғәзизовтың концерты үтәсәк (башҡ.). Официальный портал Республики Башкортостан (17 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2026.
  3. Радий Хабиров в День работника культуры наградил выдающихся представителей отрасли. Башинформ (25 март 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2026.
  4. Искәндәр Ғәзизов атай булған! Торатау гәзите (30 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2026.