Исмәғилев Ришат Сәлих улы

Исмәғилев Ришат Сәлих улы (15 апрель 1920 йыл — 3 сентябрь 2020 йыл) — мәғариф ветераны. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1959), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960). I (1985) һәм II (1957) дәрәжә Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» (1960) ордендары кавалеры. 1‑се Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы (Мәскәү, 1960), Башҡорт АССР‑ы уҡытыусыларының 1—7‑се съездары делегаты.

Биографияһы

Ришат Сәлих улы Исмәғилев 1920 йылдың 15 апрелендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[2] Нимесләр ауылында тыуған[3]

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Совет Армияһы сафында Брест ҡәлғәһендә хеҙмәт итә һәм ошо ҡәлғә өсөн барған яуҙарҙа ҡатнаша. Һуғыштан ауыр яраланып ҡайта.

1943 йылдан алып Нуриман районының Үкәрле һәм Нимесләр тулы булмаған урта мәктәптәрендә эшләй.

1945 йылда Байгилде урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә һәм 1985 йылға тиклем ошо вазифала була. Ул эшләгән йылдарҙа Байгилде мәктәбе республика уҡытыусыларының алдынғы педагогик тәжрибәһен өйрәнеү, дөйөмләштереү һәм таратыу буйынса төп мәктәпкә әүерелә.

1955 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай.

1959 йылда уға «РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелә.

I Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы (Мәскәү, 1960), БАССР‑ҙың I—VII уҡытыусылар съезы делегаты.

60‑ҡа яҡын хеҙмәт авторы. Уның Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтары һәм мәғарифта ойоштороу һәләттәре тураһында ике тиҫтәләп китапта яҙылған (Ананьев, М. Гәрәев, Р.Әйүпов, Ф. Мостафина һәм башҡалар)[3].

2020 йылда яҡташтары һорауы буйынса Ришат Сәлих улы Исмәғилев хөрмәтенә ул үҙе иҫән саҡта уҡ Кушнаренко һөнәри колледжында иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла. Бер үк ваҡытта Байгилде ауыл лицейына исеме бирелә[4].

Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Ришат Сәлих улы Исмәғилев 2020 йылдың 3 сентябрендә вафат булды[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1960)
  • миҙалдар (шул иҫәптән ВДНХ-ныҡы)
  • РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1959)
  • РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960)

Хеҙмәттәре

  • Очерки по истории Нуримановского района Башкортостана. Уфа, 1998;
  • И учебой, и талантом. Уфа, 2004.

Ғаиләһе

  • улы Флүр — техник фәндәр кандидаты, доцент
  • улы Зинфер — химия фәндәре докторы, профессор
  • улы Фоат — техник фәндәр докторы, профессор
  • улы Рафаэль — ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор
  • ҡыҙы Флүрә — РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юғары милиция мәктәбе уҡытыусыһы
  • улы Салауат — Байгилде ауыл лицейы директоры, РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы

Сығанаҡтар

  • Нимислярово [1]
  • ИСМӘҒИЛЕВ Ришат Сәлих улы [2] 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған.

Һылтанмалар