Ишморатов Искәндәр Ғөбәйҙулла улы

Ишморатов Искәндәр Ғөбәйҙулла улы (1908 йыл — 6 июль 1942 йыл[1][2]) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец[1][2].

Биографияһы

Ишморатов Искәндәр Ғөбәйҙулла улы 1908 йылда Бөрйән районының Яңы Уҫман ауылында тыуған[2]. Ҡыҙыл Армия сафына Бөрйән район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы ҡылыссыһы булып хеҙмәт итә[2]. 1942 йылдың 6 июлендә һәләк була. Курск өлкәһенең Большая Поляна районы Даниловка ауылында ерләнгән[1][2].

Сығанаҡтар