Ишмөхәмәтов Ғәфүр Шәкүр улы
Ишмөхәмәтов Ғәфүр Шәкүр улы (10 сентябрь 1948 йыл) — табип-ғалим, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы[1].
Биографияһы
1948 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылында тыуған; Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау эше факультетын һәм хирургия һөнәре буйынса интернатура тамамлай.
Хеҙмәт юлы
- 1973—1977 — Дүртөйлө районы Әңгәсәк участка дауаханаһының баш табибы
- 1977—1987 — Ҡырмыҫҡалы район дауаханаһының баш табибы
- 1987 йылда — Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының баш табибы
- 1987—1999 йылдарҙа — Республика клиник дауаханаһының баш табибы
- 1999 йылдан — Өфө ҡалаһының 22-се ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының баш табибы[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
- Медицина фәндәре кандидаты