Иштемәс Йәноҙаҡов

Иштемәс Йәноҙаҡов (1782—?) — хәрби эшмәкәр. 1807 йылғы Рус-прусс-француз һуғышында ҡатнашыусы.

Биографияһы

Иштемәс Йәноҙаҡов Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Бесәнсе ауылында йәшәгән.

1806 йылдың 1 ғинуарынан казак булып хеҙмәт итә.

1807 йылда 1-се Башҡорт полкы составында Рус-прусс-француз кампанияһында ҡатнаша[1].

1814 йылда Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә. 1814 йылдың 5 декабрендә урядник званиеһын ала[1].

1827 йылда 8-се Ырымбур казак полкы составында хеҙмәт итә.

Ғаиләһе

Ҡатыны — Шәһәрзада; улдары — Сәйетбаттал, Сәфәрғәли һәм Мырҙағәли; ҡыҙҙары — Өммикамал[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 108. — 272 с. — ISBN 978-5-88185-122-4.

Әҙәбиәт