Ишҡолов Ғәтиәт Абдулла улы

Ғәтиәт Абдулла улы Ишҡолов (рус. Гатият Абдулович Ишку́лов; 1916 йылдың 15 июле, Яңы Яуыш, Өфө губернаһы1944 йылдың 10 декабре, Чехословакия) — совет-фин һуғышында (1939—1940) ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, танкист, үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһы командиры, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).

Биографияһы

Ғәтиәт Абдулла улы Ишҡолов 1916 йылдың 15 июлендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Яңы Яуыш ауылында[1] тыуған[2]. 4 класс тамамлай, артабан — автомеханиктар мәктәбендә уҡый.

1935—1937 йылдарҙа ауылда башта тракторист, һуңғараҡ Пугачев МТС-да механик булып эшләй[3]. 1941 йылдан — ВКП(б)-ның ағзаһы.

1937 йылда Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1939—1940 йылдарҙа Советтар Союзының Финляндия менән һуғышында ҡатнаша. Һуғыштан һуң тыуған яғына ҡайтып, 1940—1942 йылдарҙа Федоровка районында Пугачев машина-трактор станцияһында уҡытыусы булып эшләй. 1942 йылдың февраленән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1666-сы үҙйөрөшлө артиллерия полкының үҙйөрөшлө артиллерия установкаһы командиры (4-се Украина фронтының 18-се армияһы). И В. Сталин исемендәге Харьков броня-танк училищеһын тамамлай (Ташкент, 1944).

Батырлығы

Ишҡолов Ғәтиәт 1944 йылдың 9-10 декабрендә үҙенең установкаһында беренсе булып Челёвцы (Чехословакия) торама пунктына бәреп инә һәм көслө, тотҡарлыҡ итеүсе артиллерия уты аҫтында өс тапҡыр дошманға һөжүм итә, танкыға ҡаршы орудиены, миномёт батареяһын, һигеҙ пулемёт нөктәләрен, ҡырҡҡа яҡын һалдатты юҡ итә[3].Ошо алышта батыр офицер һәләк була.

Өлкән лейтенант Ишҡолов 1944 йылдың 10 декабрендә Чехословакияла Челёвце торама пунктты киңәйтеүҙә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Чехословакияла[4] Плехотице ауылы (Требишов ҡалаһы янында) ерләнғән.[5]

«Советтар Союзы Геройы» исеме 1945 йылдың 24 мартында бирелә.

Наградалары

Иҫкәрмәләр

  1. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; Х төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  2. И. Г. Каримова. Ишкулов Гатият Абдулович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (8 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2026.
  3. 1 2 Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013, 189 бит.
  4. Хәҙер Словакия.
  5. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Указ «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Әҙәбиәт

  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
  • Военная история башкир. Энциклопедия.Уфа, "Башкирская энциклопедия", 2013, 189 бит.