Иҫәнғолов Илдар Илдус улы
Ильдар Ильдусович Исангулов (башҡ. Илдар Илдус улы Иҫәнғолов; 1992 йылдың 20 майы, Өфө) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. «Салауат Юлаев» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 2017/2018 йылдар миҙгелен «Рязань» хоккейсыһы булып үткәрә. Йәштәр донъя чемпионатының көмөш миҙалсыһы һәм ике тапҡыр ЮХЛ чемпионы.
Биография
И. И. Исангулов 1992 йылдың 20 майында Өфөлә тыуған. Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Һөнәри карьераһын Йәштәр хоккей лигаһында (МХЛ) сығыш яһаған «Толпар» йәштәр командаһында башлай, бында Александр Семаҡ етәкселегендә һөжүм итеүсе һаҡсы позицияһында уйнай һәм оҫталығын камиллаштыра.
2011 йылдың ноябрендә Subway Super Series-та Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы составында ҡатнашты[1].
2011 йылдың 23 декабрендә 2012 йылғы донъя чемпионатында ҡатнашыу өсөн йәштәр йыйылма командаһының ахырғы составына инде[2].
Ярымфиналда Канадаға ҡаршы матчта ҡаты көс ҡулланған өсөн бер уйынға дисквалификациялана һәм Швецияға ҡаршы финалда уйнай алмай[3][4].
Ҡаҙаныштары
- 2012 йылғы йәштәр донъя чемпионатының көмөш призёры.
- 2012 йылғы МХЛ Кубогы вызова ҡатнашыусыһы.
- Юғары хоккей лигаһы (ВХЛ) чемпионы 2012/2013 миҙгелендә.
Статистика
Клуб карьераһы
| Даими миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Миҙгел | Команда | Лига | Уйын | Гол | Пас | Мәрәй | +/− | Штраф | Уйын | Гол | Пас | Мәрәй | +/− | Штраф |
| 2008/09 | Салават Юлаев-2 | Беренсе лига | 8 | 0 | 0 | 0 | 4 | — | — | — | — | — | — | |
| 2009/10 | Толпар | МХЛ | 29 | 2 | 3 | 5 | 9 | 18 | 9 | 0 | 0 | 0 | −2 | 2 |
| 2010/11 | Толпар | МХЛ | 50 | 4 | 18 | 22 | 35 | 60 | 12 | 1 | 3 | 4 | 8 | 28 |
| 2011/12 | Толпар | МХЛ | 32 | 8 | 12 | 20 | 12 | 39 | 3 | 0 | 0 | 0 | −4 | 4 |
| 2011/12 | Салауат Юлаев | КХЛ | 11 | 0 | 2 | 2 | 1 | 2 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 |
| Бөтәһе МХЛ-да | 111 | 14 | 33 | 47 | 56 | 117 | 24 | 1 | 3 | 4 | 2 | 34 | ||
| Бөтәһе КХЛ-да | 11 | 0 | 2 | 2 | 1 | 2 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ||
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ильдар Исангулов: «Разница в подготовке канадцев и россиян заметна». Sports.ru (23 ноябрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ғинуар 2012. Архивировано 7 сентябрь 2012 года.
- ↑ Объявлен окончательный состав молодёжной сборной России на МЧМ-2012. Sports.ru (23 декабрь 2011). Архивировано 13 апрель 2012 года.
- ↑ Supplementary discipline imposed (ингл.) (недоступная ссылка — история). Официальный сайт ИИХФ (4 ғинуар 2012). Архивировано 7 сентябрь 2012 года.
- ↑ Исангулов и Дженнер дисквалифицированы на один матч. Sports.ru (5 ғинуар 2012). Архивировано 7 сентябрь 2012 года.
Һылтанмалар
- КХЛ сайтында профиле (рус.)
- Ильдар Исангулов — Eliteprospects.com сайтында статистикаһы (инг.)
- Профиль Sports.ru сайтында