Йенни Линд
Гражданлығы | |
---|---|
Балалары | Jenny Maria Catharina Goldschmidt[d] |
Вики-проект | Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d] |
Ерләнгән урыны | |
Хәләл ефете | Отто Голдшмидт[d][1] |
Файл:Jenny Lind's Grave - geograph.org.uk - 1398738.jpg | |
Уҡыусылар | Лиза Леманн[d] |
Заты | ҡатын-ҡыҙ[2] |
Үлем сәбәбе | Яман шеш |
Вафат булған урыны | |
Испытал влияние от | Адольф Фредрик Линдблад[d] |
Һөнәр төрө | певица, актриса, оперная певица, музыка педагогы, театральная актриса |
Жанр | классик музыка и Опера |
Ойошма ағзаһы | Burschenschaft Hannovera Göttingen[d] |
Тыуған көнө | 6 октябрь 1820[1][4][…] |
Вафат булған көнө | 2 ноябрь 1887[1][4][…] (67 йәш) |
Тыуған урыны | |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Кемдә уҡыған | Мануэль Патрисио Родригес Гарсиа[d][6] и Karl Magnus Craelius[d] |
Йырсы тауышы | колоратурное сопрано[d] |
Фах | колоратурное сопрано[d] |
Әүҙемлек осороноң башланыуы | 1838 — наст. время |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Эш урыны | |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][7] |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Йоханна Мария Линд, бигерәк тә Женни Линд исеме аҫтында билдәле[8] (6 октябрь 1820 йыл — 2 ноябрь 1887 йыл) — Швеция опера йырсыһы, «швед һандуғасы» тип йөрөтөлгән. XIX быуаттың иң билдәле йырсыларҙың береһе, ул Швецияла һәм бөтә Европала операла сопрано партиялары сығыштары менән, һәм шулай уҡ 1850 йылдан Америкала популяр концерт турнелары менән билдәле булған. 1840 йылдан Швеция король музыкаль акдемияһы ағзаһы була.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йоханна Мария Линд 1820 йылдың 6 октябрендә Швецияның баш ҡалаһы Стокгольмдә тыуған. Адольф Фредрик Линдблад уҡыусыһы[9].
1838 йылда Швецияла Карл Мария фон Веберҙың «Ирекле уҡсы» (рус. «Вольный стрелок») операһындағы сығышынан һуң билдәле булып китә. 1840-сы йылдарҙа Феликс Мендельсондың протежеһы булып бөтә Швеция һәм төньяҡ Европа буйлап опера партиялары менән уңышлы сығыш яһай. Лондонда ике уңышлы миҙгелдән һуң 29 йәшендә үҙенең операнан китеүе хаҡында иғлан итә.
1850 йылда шоумен Финеас Тейлор Барнум саҡырыуы буйынса Америка Ҡушма Штаттарына килә, уның өсөн 93 ҙур масштабтағы концерттар ҡуя. Артабан үҙ гастролдәрен үҙе ойоштора. Бында концерттарҙа 350 000 доллар аҡса эшләй. Алған килеменә Швецияла Ирекле мәктәптәр фондын ойоштороп иғәнә маҡсатында тотона.
1852 йылда ире Отто Гольдшмидт менән Европаға ҡайта[10], бында 3 бала таба һәм артабанғы ике тиҫтә йыл дауамында осраҡлы рәүештә концерттарҙа ҡатнаша. 1855 йылдан Бөйөк Британияла йәшәй.
1882 йылдан бер нисә йыл дауамында Лондонда Король музыкаль колледжында профессор булып эшләй.
1887 йылдың 2 ноябрендә Мальвернда вафат була.
Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Johanna (Jenny) M Lind (швед.) — 1917.
- ↑ Musikverkets auktoritetsdatabas — 2017.
- ↑ Archivio Storico Ricordi — 1808.
- ↑ 4,0 4,1 Jenny Lind // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Klara kyrkoarkiv, Dopböcker över oäkta barn, SE/SSA/0010/C I c/2 (1817-1861), bildid: C0056127_00038
- ↑ Гарсиа (урыҫ) // Большая советская энциклопедия / под ред. О. Ю. Шмидт — 1 — М.: Советская энциклопедия, 1920.
- ↑ performing-arts.ch / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ Большая российская энциклопедия. Том 17. М., 2010, с.494.
- ↑ Линдблад // Музыкальный словарь : в 3 томах : в 3 т. / Х. Риман; доп. русским отделом при сотруд. П. Веймарна и др.; пер. и все доп. под ред. Ю. Д. Энгеля. — пер. с 5-го нем. изд. — Москва—Лейпциг : изд. Б. П. Юргенсона, 1904.
- ↑ Соловьёв Н. Ф. Гольдшмидт, Отто // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Соловьёв Н. Ф. Линд, Дженни // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Рәсми сайт (инг.)
- Женни Линд (Jenny Lind)
- Джордж Питер Александр Хили: Дженни Линд