Йәнбирҙин Ғирфан Йәнбирҙе улы
Йәнбирҙин Ғирфан Йәнбирҙе улы (1923-2.12.1942, Ленинград өлкәһе, Козлов ауылы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рядовой уҡсы[1].
Тормош юлы
Ғирфан Йәнбирҙе улы Йәнбирҙин 1923 йылда Башҡорт АССР-ы Мәсәғүт кантоны, Нәсибаш улусы Илсекәй ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2].
Хәрби хеҙмәте
Һуғыш башланғанда уға яңы 18 йәш кенә була.
1942 йылдың 22 сентябрендә Ҡыйғы районында мәжбүри хеҙмәткә йәлеп ителгән 11 егетте, шул иҫәптән Ғирфан Йәнбирҙинде лә, Ҡыйғы районы хәрби комиссариаты Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.
Көньяҡ Урал хәрби округының Өфө хәрби-күсереү пунктына, 17-се айырым запас уҡсы бригадаһынан 28-се запас уҡсылар полкына, оҙатыла.
Бер ни тиклем күнекмәләр алғандан һуң, 1942 йылдың 19 ноябрендә һуғышҡа инә улар. 1-се Удар армияһы составындағы 397-се уҡсылар дивизияһының 447-се уҡсылар полкында хеҙмәт итә[3].
- Тарихи белешмә
397-се уҡсылар дивизияһы 1942 йылдың 7 мартынан 1945 йылдың 9 майына тиклем хәрәкәт итеүсе 1-се Удар армия сафында һуғыша. 1942 йылдың 10-18 майында дивизия частары, оҙайлы алыштарҙан арыған булһа ла, ныҡышмалы һуғыша, дошмандың бөтә һөжүмен кире ҡаға. 18 майҙа дивизия оборонаға күсә. 11 июндән Ловать йылғаһы ярында оборонаны биләй. 11 апрелдән 11 июнгә тиклем дивизияның юғалтыуҙары: һәләк булғандар — 1131, яраланған — 2551, өс 76 мм-лы орудие тәшкил итә.
27 сентябрҙә немец ғәскәрҙәре Рамушев коридорын киңәйтеү маҡсатында яңынан һөжүмгә күсә. Великое Село, Сутоки районында 7-се гвардия уҡсылар дивизияһының оборонаһын өҙөп, дошман 1-се Удар армияның төньяҡ төркөмөн (129-сы, 130-сы, 391-се уҡсылар дивизияларын) Ловать һәм Робья йылғалары ҡушылған урындағы сығынты урынды ҡамау ҡурҡынысы аҫтына ҡуя. 1-се Удар армия резервындағы дивизияға өҙөү участкаһына контрудар яһарға бойороҡ бирелә.
30 сентябрҙә массив артиллерия уты һәм авиация ярҙамында дошман һөжүмде яңырта. Алыш урманлы-һаҙлыҡлы урындарҙа барғанлыҡтан, боеприпастар ташыу һәм артиллерия ҡулланыу ҡыйын була. Беҙҙең частарҙың һөжүме уңышҡа өлгәшмәй. Һауанан өҙлөкһөҙ бомба шартлап торғанда алға киткән подразделениелар менән бәйләнеш йыш ҡына юғала. Һөҙөмтәлә һуғыш менән идара итеү боҙола. 1-4 октябрҙә һуғыш хәрәкәттәре үҙгәреүсән уңыш менән бара. Дошман көнөнә 7 һөжүм яһай, яңы пехота һәм танк көстәрен ташлай. Ҡаты алыш йыш ҡына ҡул һуғышына күсә. Һөжүмде кире ҡағып дивизия ҙур юғалтыуҙар кисерә.
8 октябргә тиклем дивизия частары дошмандың алға барырға маташыуына ирек бирмәй. 8 октябрҙән 30 ноябргә тиклем дивизия частары үҙ позицияларын ныҡлы тота. 30 ноябрҙә Гарь һәм артабан Майлук Тауҙары йүнәлешендә һөжүм итеү бурысы ҡуйыла. Дивизия участкаһы алдында дошмандың 3-4 кол тимер сым кәртәләр, Бруно спиралдәре һәм мина яландарына таянған 126-сы пехота дивизияһы оборона тота. Тулыландырылғандан һуң, дивизияла 945 кеше, штык иҫәпләнә. Яңы килгәндәрҙең 90%-ы өйрәтелмәгән яугирҙарҙан тора.
1942 йылдың 2 декабрь иртәһендә һөжүм башлана. 103-сө танк бригадаһы ярҙамында мина кәртәләре һыҙатын үтеп, һөжүм итеүсе полктар Великое Село — Козлов юлына сыға. Артабанғы һөжүм көслө ут менән туҡтатыла. 3 декабрҙә ныҡышмалы алыштан һуң дошман Андрюшин угол үҙәненән ҡыуып сығарыла. 4 декабрҙә һөжүм дауам итә. Беҙҙең ғәскәрҙәр Великое Козлово юлын яулап ала һәм дошмандың бер нисә һөжүмен кире ҡаға. 5 декабрҙә немецтар яңы һуғышсылар менән тулыландырыла, дошмандың контратакалары ныҡышмалыраҡ була бара, әммә дошмандың бөтә һөжүмдәре юҡҡа сығарыла. 6-14 декабрҙә алға табан хәрәкәт итеү ынтылыштары уңышһыҙ була. Беҙҙең ғәскәрҙәр алға барыу уңышына өлгәшмәй. Армияның булған резервтары һуғышҡа индерелмәй һәм дивизия оборонаға күсә. 18 декабрҙә 7-се һәм 53-сө гвардия уҡсылар дивизиялары сиктәрен ҡалдыра. Декабрь алыштарында 388 кеше һәләк була һәм 1003 кеше яралана. Шундай юғалтыуҙар була.
1942 йылдың 18 декабренән 1943 йылдың 31 декабренә тиклем 397-се дивизия 1-се Удар армия резервында була. Яңы һалдаттар килә, әммә уны тулы ҡанлы өйрәтергә ваҡыт булмай. 1942 йылдың 31 декабренә 4391 яугир иҫәпләнә[4].
Йәнбирҙин Ғирфан 1942 йылдың 2 декабрендә һәләк була. Ленинград өлкәһе Лужский районы Козлов ауылынан көнсығышҡа табан 2500 м арауығында ерләнгән[5].
Ғаиләһе
Ғирфан Йәнбирҙе улы Түбәләҫ ырыуына ҡараған Илсекәй ауылы Ҡыуыҡ нәҫеленән. Төпкө олаталары Назарғол Балтасов тиҫтәнән ашыу ауылдашы менән Юлай Аҙналин отрядында 1773—1775 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашҡан. Назарғолдоң өлкән улы Сәғит (1760—1814) француздар менән һуғышта ҡатнашып, шунда һәләк булғандыр, тип фаразларға була.
Назарғолдоң өсөнсө улы Ибраһимдан (1789—1854) Күсәбирҙе, Айбаш, Көҫәпәй, Теләүбирҙе исемле улдары, Разия һәм Ғилемзада исемле ҡыҙҙары тыуған.
Йәнбирҙе Көҫәпәев — Көҫәпәй Ибраевтың (15.03.1840-?) улы. Хәйрислам (1872-?), Фәхрислам (1875-?), Миһран (1887-?) — Көҫәпәевтәр, ә Ғимран Йәнбирҙин булған.
Хәйрисламдың улдары — Ғәйнислам (1904—1942), Абдулла (1908—1942), Яхъя (1925—1944) — бер ғаиләнән өс ир-егет Бөйөк Ватан һуғышында баш һалған.
Йәнбирҙин Рьяндың атаһы Ғимран Йәнбирҙе улы Йәнбирҙин дә (1898-?) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
Хәйрисламдың ҡатыны Ғәйниямал Урмансынан була. Ҡыҙҙары - Зөлхиә, Ғәйшә, Сафура, Фатима.
Хәтер
Йәнбирҙин Ғирфан Йәнбирҙе улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[6] һәм БР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Сығанаҡтар
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ЦАМО Фонд: 58 Опись: 818883 Дело: 1504
- ЦАМО Фонд: Картотека ФЗСП и АЗСП Опись: 28 ЗСП Дело: 2051
Һылтанмалар
- Печатная Книга Памяти. ЯНБЕРДИН Гирфан Янбердинович
- Память народа. Донесение о безвозвратных потерях. Янбердин Вирфин
- Память народа. Янбердин Гирфан
- 397-я Сарненская Краснознаменная ордена Кутузова стрелковая дивизия
- [Книга «Память» (погибшие) Салаватский район — 1999. — 478, [2] с.101 ISBN 5-295-02200-5]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Печатная Книга Памяти. ЯНБЕРДИН Гирфан Янбердинович
- ↑ Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ↑ Память народа. Янбердин Гирфан
- ↑ 397-я Сарненская Краснознаменная ордена Кутузова стрелковая дивизия
- ↑ Память народа. Донесение о безвозвратных потерях. Янбердин Вирфин
- ↑ Книга «Память» (погибшие) Салаватский район — 1999. — 478, [2] с.101 ISBN 5-295-02200-5
«Үлемһеҙ полк» проекты |