Хәйрисламов Абдулла Хәйрислам улы

Хәйрисламов Абдулла Хәйрислам улы (1907 (1908), Илсекәй ауылы — 5.09.1942, Сталинград өлкәһе, Колмыков утары) — ҡыҙылармеец, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, 3-сө гвардия кавалерия корпусы рядовойы, уҡсы[1].

Тормош юлы

Абдулла Хәйрислам улы Хәйрисламов 1907 йылда[2] Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусы Илсекәй ауылында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Башҡорт Илсекәйе) күп балалы урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[3].

Хәрби юлы

1941 йылда һуғыш башланғас, Хәйрисламов Абдулланы Малаяҙ районы хәрби комиссариаты Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына саҡыра[3].

Тарихи белешмә

Был корпус 1930-сы йылдар уртаһында Ленинград хәрби округында 5-се кавалерия корпусы булараҡ ойошторола. Уның беренсе командиры Константин Константинович Рокоссовский, буласаҡ бөйөк полководец, Советтар Союзы Маршалы була. Һуғыш башланыуын корпус СССР-ҙың көнбайыш сиктәрендә ҡаршылай. Оборона Хәрби Комиссариатының 1941 йылдың 25 декабрендәге 366-сы бойороғо менән 5-се кавалерия корпусы 3-сө гвардия кавалерия корпусы итеп үҙгәртелә. 1942 йылдың июнендә 3-сө гвардия кавалерия корпусы сайында 22 мең 326 кеше һәм 18 мең 153 ат була. 1941 йылдың июнендә илдә 17,5 миллион ат булһа, ә 1942 йылдың сентябренә, йәш аттарҙы ла индереп, 9 миллион ат ҡала[4].

1942 йылдың июль башында 3-сө гвардия кавалерия корпусы командиры итеп генерал-майор Крючёнкин урынына генерал-майор Плиев Исса Александрович тәғәйенләнә. 1942 йылдың июль башына тиклем корпус Оло Бурлук һәм Оскол йылғалары араһында оборона биләй. 28 июндә совет-герман фронтының көньяҡ секторында немец ғәскәрҙәренең генераль һөжүме башлана. 30 июндә Паулюстың 6-сы армияһы һөжүмгә күсә. Брянск һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронттарының оборонаһы өҙөлә. 1 июлдә дошмандың 3-сө танк дивизияһы Волоконовканан көньяҡта Оскол йылғаһына сыға һәм плацдарм баҫып ала. 23 августа немец моторлаштырылған частары, Дон йылғаһындағы плацдармды өҙөп, Сталинградтың төньяҡ ситенән Волгаға сыға. Башта яугиҙәр һәм аттар сығарыла. Артиллерияны сығарып өлгөрмәйҙәр. Төн буйы барған алышта дошмандың 5 орудиеһын һәм 7 пулемётын тартып алына, 217-се бейеклек яулана. Әммә 25 августа корпус Колмыков утары янындағы 220-се бейеклегендә ҡаты алышҡа керә. 26-28 августа дивизия бер нисә бейеклекте биләй. Итальян частары туҡтауһыҙ һөжүм итеүенә ҡарамай, кавалеристар дошманды сигенергә мәжбүр итә. Юғалтыуҙар ҙур була: 25 августа 5-се гвардия кавалерия дивизияһы 21 кешеһен юғалта, 79 кеше яралана, 26 августа 80 кеше һәләк була һәм 130 кеше яралана. 27 августа беҙҙең полктар 220-се бейеклекте ҡалдырырға мәжбүр була. 28 августа дошман танктар ярҙам иткән ике батальон пехота индерә, беҙҙең частар 220-се бейеклегенән 1 км алыҫлыҡҡа сигенә. 150 кеше һәләк була һәм 250 кеше яралана.

2 сентябрҙә дивизия һөжүмгә күсә һәм 11 сентябрҙә 220-се бейеклеккә бәреп инә. Дошман дзоттарының бер өлөшө бикләнә. 96 кеше һәләк була һәм 184 кеше яралана. Әммә 12 сентябрҙә немецтарҙың 40 танк ярҙам иткән ике пехота батальоны контратакаға күсә. Беҙҙең яугирҙар ҙур юғалтыуҙар менән 220-се бейеклектән көнсығышҡа, Колмыков утары ситенә сигенә. Был һөжүмдәрҙә 1 сентябрҙән 13 сентябргә тиклем дивизия 3354 кешеһен юғалта[5].

3-сө гвардия кавалерия корпусы рядовойы Хәйрисламов Сталинград өлкәһенең Серафимовичский районы Колмыковский утары эргәһендәге 220-се бейеклек өсөн барған аяуһыҙ алышта ҡаты яралана.

Яралары йәшәрлек булмау сәбәпле, Абдулла Хәйрислам улы 1942 йылдың 5 сентябрендә вафат була[6].

Ғаиләһе

Хәйрисламов Абдулла Хәйрислам улы Табын ҡәбиләһенең Ҡыуаҡан тармағына ҡараған Түбәләҫ ырыуы Илсекәй ауылындағы Ҡыуыҡ нәҫеленә ҡарай.

Төпкө олаталары Назарғол Балтасов тиҫтәнән ашыу ауылдашы менән Юлай Аҙналин отрядында 1773—1775 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашҡан. Назарғолдоң өлкән улы Сәғит (1760—1814) француздар менән һуғышта ҡатнашып, шунда һәләк булғандыр, тип фаразларға була.

Назарғолдоң өсөнсө улы Ибраһимдан (1789—1854) Күсәбирҙе, Айбаш, Көҫәпәй, Теләүбирҙе исемле улдары, Разия һәм Ғилемзада исемле ҡыҙҙары тыуған.

Йәнбирҙе Көҫәпәев — Көҫәпәй Ибраевтың (15.03.1840-?) улы, Ибрайҙың ейәне. Ибраев Йәнбирҙе Ибрай улының (1863-?) улдары Хәйрислам (1872-?), Фәхрислам (1875-?), Миһран (1887-?) — Көҫәпәевтәр, ә Ғимран исемле улы Йәнбирҙин (1898-?) фамилияһын йөрөткән, ҡыҙ туғандары - Камила Шәйәхмәтова Ҡарағол ауылында йәшәгән.

Хәйрислам Урмансы ҡыҙы Сәйетғәлина Ғәйниямалға өйләнгән. Уларҙың Ғәйнислам (1904—1942), Абдулла (1908—1942), Яхъя (1925—1944) исемле улдары, Зөлхиә (1905-?), Ғәйшә (1911-?), Сафура (1921-1981) исемле ҡыҙҙары булған.

Мәүзифа, Абдулланың ҡатыны, үгәй ҡыҙы Рәйсәнәне, дүрт балаһын: Ғәлимә, Мөнир, Зөһрә, Әғзәмде яңғыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Рәйсәнәнең балалары: Мәрйәм, Рәйхана, Миңдейәр, Урал.

Ҡыҙы Ғәлимә Ғарипов Абрал менән ғаилә ҡора, балалары: Мәүлитйән (25.09.1957-?), Гөлсирә (4.01.1960), Гөлнәфисә (4.01.1962), Ғәлимулла (1.12.1963-?), Гөлнәзирә (5.08.1966).

Улы Мөнир менән килене Мөҙәрисә ете балаға: Мәүлиҙә (3.04.1959), Фәнил (16.07.1963-?), Флүзә (17.11.1964), Юнир (29.04.1967), Фатима (3.08.1969), Фәйрүзә (27.07.1971), Юрискә (30.11.1974) ғүмер бирә.

Ҡыҙы Зөһрә Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылына Исламғолов Илһам Иҫәнғол улына кейәүгә сыға, балалары: Дәнилә (5.02.1962), Зөлфиә (3.07.1963), Вәлимә (30.06.1965), Азалия (13.01.1969).

Улы Әғзәм менән килене Мәрйәмдән тыуған Филарет исемле ейәне (1967) тыуған ауылында йәшәй, хәләл ефете Гөлфирә менән биш бала үҫтерә. Ейәнсәре — Гөлфәриә (1970) ине.

Хәтер

Хәйрисламов Абдулла Хәйрислам улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмала, нишләптер, юҡ[7], ә БР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар

  • ЦАМО Фонд: 58 Опись: 818883 Дело: 1376
  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
  • Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015, с.4