Йәнбирҙин Ғимран Йәнбирҙе улы
Йәнбирҙин Ғимран Йәнбирҙе улы (1898-) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, ҡыҙылармеец, рядовой уҡсы[1].
Тормош юлы
Ғимран Йәнбирҙе улы Йәнбирҙин 1898 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусына ҡараған Илсекәй ауылында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Башҡорт Илсекәйе) күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылы мәҙрәсәһендә ала[2].
Хәрби хеҙмәте
1942 йылдың 8 февралендә Малаяҙ район хәрби комиссариаты Ғимран Йәнбирҙинде Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡыра.
Башта 59-сы запас уҡсылар полкына ебәрелә. Ғимран Йәнбирҙин 393-сө дивизияның 699-сы уҡсылар полкы составында һуғыша.
- Тарихи белешмә
393-сө дивизия (1-се формирование) 1941 йылдың авгусынан хәрби хәрәкәттә ҡатнаша. 1942 йылдың 12 ғинуарына дивизия частары Северский Донец йылғаһының көнбайыш ярында оборона сиген биләй. 1942 йылдың 18 ғинуарында иртәнсәк 6-сы армия составында дивизия һөжүмгә күсә. Тәрәнлеккә һәм флангтарға үтеп инеүҙе киңәйтеп, аяуһыҙ алыштарҙа Протопоповканы азат итә. 22 ғинуар иртәһенә уның частары 20-28 километрға алға сыға һәм дошмандың Изюм ҡалаһы янында туҡмалған төркөмөн эҙәрлекләй башлай. 393-сө һәм 270-се уҡсы дивизиялары частары, Протопоповка, Петровский, Грушеваха сиктәренә барып етеп, был төркөмдө тар-мар итә. Ошо алыш һөҙөмтәһендә беҙҙең ғәскәрҙәр 60 орудие, 21 миномет, 70 пулемет, 6 бронемашина, 215 автомашина, 71 мотоцикл, 22 ат, 3 мең снаряд, 12 мең граната һәм башҡа бик күп хәрби мөлкәткә эйә була.
1942 йылдың майына тиклем 6-сы армия составында Барвенков сығынтыһында оборона тота. Харьков һөжүм операцияһы башланыр алдынан 6-сы армияның һул ҡанатынан генерал-майор Бобкин етәкселегендә оператив төркөм ойошторола. Көньяҡтан Харьковҡа һөжүм иткән 6-сы армия удар төркөмөнөң һул флангына ярҙам итеү төп бурыс була.
12 майҙа иртән 29-сы гаубица артиллерия полкы һәм 7-се танк бригадаһы ярҙамында Красноград йүнәлешендә һөжүм башлана. Дошмандың был участкаһында 454-се һаҡ дивизияһы ғына торған. Оборонаны өҙөү һәм артабанғы көндәрҙә дивизияның алға барыуы шуның эҙемтәһе була. Уң флангыла 6-сы кавалерия корпусы атлылары хәрәкәт итә. 19 майға 40 километрға алға китәләр тәшкил итә. Кегичевканы яулап алғандан һуң дивизия полктары Кобзевка, Максимовка, Гаркушино сиктәренә етә. Әммә дошмандың Барвенково районында үтеп инеүе арҡаһында 19 майҙа артабанғы һөжүмде көнбайыш йүнәлештә туҡтатырға ҡарар ителә.
20 майҙа генерал-майор Бобкин бойороғо буйынса дивизия Орель йылғаһындағы тәүге позицияларына күсерелә. 22 майҙа кис дошман 6-сы һәм 57-се армия частарын һәм оператив төркөмдө ҡамауға ала. 22-25 май дауамында арьергард баҫымын тотҡарлап, Ново-Украинка, Лозовенька райондарына сигенә. Берека йылғаһы аша сыҡҡанға тиклем дивизияла хәрби тәртип һаҡлана. Дивизияның бер өлөшө башҡа сигенеүсе берләшмәләр менән ҡушылыу сәбәпле, тәртип боҙола. Генерал Бобкин 26 майҙа Крутояровка районындағы ҡамауҙан сығырға бойора. Ҡамауҙағы частар көнсығышҡа үтергә маташа. Частар бутала, идара итеү мөмкинлеге булмай. 26 майҙа берека йылғаһын аша сыҡҡандан һуң ҡамауҙа ҡалған частар Лозовенька ауылы йүнәлешендә һөжүм итә. Ҡамауға алынған дивизиялар составынан ойошҡан рәүештә бәләкәй төркөмдәр генә сыға. Фронт командующийы урынбаҫары генерал-лейтенант Костенко, 6-сы армия командующийы генерал-лейтенант Городнянский һәм опреатив төркөм командующийы генерал-майор Бобкин һәләк була. Дивизияның шәхси составының 5 %-ы ғына ҡамауҙан сыға ала. Дивизия командиры полковник И.Д. Зиновьев әсирлеккә эләгә, унда һәләк була.
1942 йылдың 30 июнендә дивизия тарҡатыла.
1942 йылдың 26 майында Йәнбирҙин Ғимран Харьков өлкәһе биләмәһендәге Балаклеяла урынлашҡан 363-сө шталаг (үлем лагеры) тотҡоно була, һуңғараҡ азат ителә[3][4].
- Тарихи белешмә
1941 йылда Харьковты баҫып алғандан һуң, фашистар элекке төрмә бинаһында Шталаг 363 йәки концентрацион лагерь ойоштора. Унда 20 меңгә яҡын хәрби әсир тотолған. Был урында тотҡондарҙың ҡалдыҡтары әле лә һаҡлана. Һуғыштан һуң күмәк ҡәберлекте күҙгә ташланып торған тышҡы эҙҙәре юҡ ителә.
Йөҙҙәрсә тотҡон аслыҡтан һәм эпидемиянан үлә. Арыған, саҡ тере кешеләрҙе фашистар төрлө эшкә ҡыуған. Уларҙы һыу мискәләре тейәлгән арбаларҙы, егелеп, һөйрәп алып барырға мәжбүр иткәндәр. Боҙло юлдан арыған, ҡоро һөлдәгә ҡалған кешеләр бер-береһенә тотоноп, аяҡтарын көс-хәл менән йөрөткән. Ҙур һыу мискәһе уларҙы артҡа тарта, һәм улар йығыла. Күтәрелә алмағандарҙы фашистар шунда уҡ атып үлтергән. Әсирҙәрҙе ашатырға теләгән кешеләрҙе яҡын ебәрмәгәндәр[5].
Ғаиләһе
Ғимран Йәнбирҙе улы Түбәләҫ ырыуына ҡараған Илсекәй ауылы Ҡыуыҡ нәҫеленән. Төпкө олаталары Назарғол Балтасов тиҫтәнән ашыу ауылдашы менән Юлай Аҙналин отрядында 1773—1775 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашҡан. Назарғолдоң өлкән улы Сәғит (1760—1814) француздар менән һуғышта ҡатнашып, шунда һәләк булғандыр, тип фаразларға була.
Назарғолдоң өсөнсө улы Ибраһимдан (1789—1854) Күсәбирҙе, Айбаш, Көҫәпәй, Теләүбирҙе исемле улдары, Разия һәм Ғилемзада исемле ҡыҙҙары тыуған.
Йәнбирҙе Көҫәпәев — Көҫәпәй Ибраевтың (15.03.1840-?) улы, Ибрайҙың ейәне. Йәнбирҙенең улдары Хәйрислам (1872-?), Фәхрислам (1875-?), Миһран (1887-?) — Көҫәпәевтәр, ә Ғимран Йәнбирҙин (1898-?) фамилияһын йөрөткән, ҡыҙ туғандары - Камила Шәйәхмәтова Ҡарағол ауылында йәшәгән.
Хәйрисламдың ҡатыны Ғәйниямал Урмансынан була. Уларҙың улдары — Ғәйнислам (1904—1942), Абдулла (1908—1942), Яхия (1925—1944) — бер ғаиләнән өс ир-егет Бөйөк Ватан һуғышында баш һалған. Ҡыҙҙары — Зөлхиә, Ғәйшә, Сафура, Фатима.
Ғимран Йәнбирҙе улы Йәнбирҙин (1898-?) — Йәнбирҙин Рьяндың атаһы. Әсәһе — Гөлйемеш.
Хәтер
Йәнбирҙин Ғимран Йәнбирҙе улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[6] һәм БР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Сығанаҡтар
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ВК Республики Башкортостан Фонд: Отдел ВК по Дуванскому, Мечетлинскому и Салаватскому р-нам Республики Башкортостан Дело: 11005453
- ЦАМО Фонд: 58 Опись: 18003 Дело: 1498
Һылтанмалар
- Память народа. Списки призыва и демобилизации. Янбердин Гимран Я.
- Память народа. Документ, уточняющий потери. Янбердин Гимран
- Память народа. Списки призыва и демобилизации. Янбирдин Гимран Янбирдинович
- [РГБ: Они вернулись с победой. Салаватский район, т. 9, 2004, с. 755] ISBN 5-295-03394-5
- 393-я стрелковая дивизия (1-е формирование)
- 393-я стрелковая дивизия (август 1941- 30.06.1942)
- Шталаг 363 в Харькове. Балаклея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Память народа. Списки призыва и демобилизации. Янбирдин Гимран Янбирдинович
- ↑ Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ↑ Память народа. Документ, уточняющий потери. Янбердин Гимран
- ↑ Шталаг 363 в Харькове. Балаклея
- ↑ Шталаг 363 в Харькове. Балаклея
- ↑ РГБ: Они вернулись с победой. Салаватский район, т. 9, 2004, с. 755 ISBN 5-295-03394-5
«Үлемһеҙ полк» проекты |