Миһранов Миңдәхмәт Миһран улы
Миһранов Миңдәхмәт Миһран улы (1910—1997) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец, пулемётсы, III төркөм инвалиды[1].
Биографияһы
Миңдәхмәт Миһран улы Миһранов 1910 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусы (хәҙер — Башҡортостандың Салауат районы) Илсекәй ауылында күп балалы аҫаба башҡорт ғаиләһендә тыуған.
Башланғыс мәктәп белеменә эйә була. 1941 йылдың 3 декабрендә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла. Ҡатыны Фатима, өс ҡыҙы менән, уны һуғышҡа оҙата.
Пулемётсы рядовой Миңдәхмәт Миһран улы Мәскәү өсөн барған һуғыштарҙа ҡаты яралана һәм стройҙан тыш хеҙмәткә генә яраҡлы тип табыла.
1942 йылдың йәйенә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. XXI партсъезд исемендәге колхозда звено етәксеһе һәм ябай колхозсы булып хеҙмәт итә. «Хеҙмәт ветераны» билдәһенә лайыҡ була.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены[2]
- «Хеҙмәт ветераны» билдәһе
Ғаиләһе
Миһранов Миңдәхмәт Миһран улы Табын ҡәбиләһенең Ҡыуаҡан тармағына ҡараған Түбәләҫ ырыуы Илсекәй ауылындағы Ҡыуыҡ нәҫеленә ҡарай.
Төпкө олаталары Назарғол Балтасов тиҫтәнән ашыу ауылдашы менән Юлай Аҙналин отрядында 1773—1775 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашҡан. Назарғолдоң өлкән улы Сәғит (1760—1814) француздар менән һуғышта ҡатнашып, шунда һәләк булғандыр, тип фаразларға була.
Назарғолдоң өсөнсө улы Ибраһимдан (1789—1854) Күсәбирҙе, Айбаш, Көҫәпәй, Теләүбирҙе исемле улдары, Разия һәм Ғилемзада исемле ҡыҙҙары тыуған.
Йәнбирҙе Көҫәпәев — Көҫәпәй Ибраевтың (15.03.1840-?) улы, Ибрайҙың ейәне. Йәнбирҙенең улдары Хәйрислам (1872-?), Фәхрислам (1875-?), Миһран (1887-?) — Көҫәпәевтәр, ә Ғимран Йәнбирҙин (1898-?) фамилияһын йөрөткән, ҡыҙ туғандары - Камила Шәйәхмәтова Ҡарағол ауылында йәшәгән.
Миңдәхмәт Ҡыйғы районы Яуын ауылы ҡыҙы Фатима Мәүлит ҡыҙы Мәүлитоваға (1913-?) өйләнә. Һуғышҡа киткәнгәсә өс ҡыҙы: Миңдегөл (1934-?), Мөғлифә (1937-?), Фәйхүнә (1940-?), һуғыштан ҡайтҡас биш улы: Риф (1943), Рим (1946-?), Рәхимйән (1951-?), Хәкимйән (1955), Хәбирйән (1958-?) тыуа.[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Сығанаҡтар
- А. Ф. Фассахов, М. Ф. Абдуллина. Воины-односельчане. 2015 г. «Дизайн», с. 16
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Память народа. Мигранов Миндиахмет Мигранович
- ↑ Память народа. Награда 6.04.1985 № 84
- ↑ А. Ф. Фассахов, М. Ф. Абдуллина. Воины-односельчане. 2015 г. «Дизайн», с. 16