Миһранов Ғәлимйән Миһран улы
Миһранов Ғәлимйән Миһран улы (1907-1986) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ефрейтор, бронебойщик, гранатомётчик[1]
Биографияһы
Ғәлимйән Миһран улы Миһранов 1907 йылда Илсекәй ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, Илсекәй башланғыс мәктәбен тамамлаған.
Ғәлимйән Миһранов 1928 йылдың 10 октябрендә Мәсәғүт район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла, хеҙмәте тамамланғандан һуң запасҡа ҡуйыла.
1941 йылдың июнендә Салауат район хәрби комиссариаты саҡырыуы буйынса ҡарауыл ротаһында уҡсы сифатында 1942 йылдың июленә тиклем хеҙмәт итә. Артабан, 1943 йылдың октябрендә яраланғанға тиклем, 157-се гвардия уҡсылар дивизияһының танктарға ҡаршы орудиеһы ташыусыһы, бронебойщигы, гранатомётчигы була. 1943 йылдың октябренән 1944 йылдың мартына тиклем госпиталдә дауалана. 1944 йылдың мартынан алып сентябренә тиклем пулемётсы Миһранов 14-се уҡсылар полкы составында дошманға ҡаршы алыша.
Муйыны тәңгәле ҡаты яраланған яугир Ғәлимйән Миһранов 1944 йылдың сентябренән 1945 йылдың ноябренә тиклем 1030-сы эвакогоспиталдә оҙайлы дауалау курсын үтә. Бында ла 3049-сы хәрби склад ҡарауылсыһы була.
СССР Юғары Советының 1945 йылдың 26 сентябрь Бойороғо нигеҙендә, II төркөм инвалиды булараҡ, 1945 йылдың 10 ноябрендә демобилизациялана[1].
Һуғыштан һуң тыуған колхозында эшләй. Бригадир, звено башлығы була. Оҫта ҡуллы балтасы ауылдаштарына йорттар төҙөштө, яңаҡ һуҡты, тәҙрә рамдарын, ҡапҡалар эшләне. Алыштырғыһыҙ мал салыусы ла булды ул. Бесән әҙерләү ҡоралдарын (тырма, ағас һәнәктәр, салғы һаптары) яһаусы оҫта, йүнәтеүсе, салғы тапаусы, яныусы, ашнаҡсы ла булды[2].
Миһранов Ғәлимйән Миһран улы 1986 йылда вафат була. Тыуған ауылы зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[3]
Ғаиләһе
Миһранов Ғәлимйән Миһран улы Табын ҡәбиләһенең Ҡыуаҡан тармағына ҡараған Түбәләҫ ырыуы Илсекәй ауылындағы Ҡыуыҡ нәҫеленә ҡарай.
Төпкө олаталары Назарғол Балтасов тиҫтәнән ашыу ауылдашы менән Юлай Аҙналин отрядында 1773—1775 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашҡан. Назарғолдоң өлкән улы Сәғит (1760—1814) француздар менән һуғышта ҡатнашып, шунда һәләк булғандыр, тип фаразларға була.
Назарғолдоң өсөнсө улы Ибраһимдан (1789—1854) Күсәбирҙе, Айбаш, Көҫәпәй, Теләүбирҙе исемле улдары, Разия һәм Ғилемзада исемле ҡыҙҙары тыуған.
Йәнбирҙе Көҫәпәев — Көҫәпәй Ибраевтың (15.03.1840-?) улы, Ибрайҙың ейәне. Йәнбирҙенең улдары Хәйрислам (1872-?), Фәхрислам (1875-?), Миһран (1887-?) — Көҫәпәевтәр, ә Ғимран Йәнбирҙин (1898-?) фамилияһын йөрөткән, ҡыҙ туғандары - Камила Шәйәхмәтова Ҡарағол ауылында йәшәгән.
Миһранов Ғәлимйәндең өс ҡатыны булды. Тәүге ҡатыны Мәликәнән Нәзирә, Мәҙинә, Нәбирә, Хәмиҙә, Кәримйән, Мөхәмәтйән исемле ҡыҙ-улдары тыуа.
Икеннсе ҡатыны Мәүлиханан — Таңһылыу, Сабирйән, Сәмәрйә, Флүрә исемле балалары,
өсөнсө ҡатыны Ғәйниямалдан — Зарифа, Ғимран, Кинйәбикә, Тәғзимә, Зәфирә, Нәзифә, Нуриман тыуа.
Хәтер
Миһранов Ғәлимйән Миһран улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), с. 13 «Дизайн», 2015
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Память народа. Мигранов Галимьян Мигранович
- ↑ Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), с. 13 «Дизайн», 2015
- ↑ О награде
- ↑ РГБ: Они вернулись с победой. Салаватский район, т. 9, 2004 ISBN 5-295-03394-5, с. 702