Каланов Рим Ғариф улы

Рим Ғариф улы Каланов (рус. Каланов Рим Гарифович; 1955 йылдың 20 июле, Краснокама районы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй ғалим-хирургы, онколог. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997), Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005)[1].

Биографияһы

Рим Ғариф улы Каланов 1955 йылдың 20 июлендә БАССР‑ҙың Краснокама районы Иҫке Нуғай ауылында тыуа. Мәктәпте тамамлағандан һуң юғары белем алыу теләге егетте Башҡорт дәүләт медицина университетына алып килә, вузды ул 1980 йылда тамамлай. Диплом алғандан һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай һәм 1984 йылға тиклем шунда эшләй. 1989 йылдан алып Башҡорт дәүләт медицина институты, артабан, юғары уҡыу йортоноң атамаһы үҙгәртелгәс, Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта, шул уҡ ваҡытта 1992 йылдан башлап Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында табип, 1995 йылға тиклем бүлек мөдире булып эшләй. 2012 йылдан алып Рим Ғариф улы хеҙмәт юлын Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы булып дауам итә[1][2].

Фәнни эшмәкәрлеге

Каланов Рим Ғариф 350‐нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 28 уйлап табыу авторы, уның фәнни эшмәкәрлеге онкология, эренле хирургия, колопроктология өлкәһенә арналған. Башҡортостан Республикаһының дауалау практикаһында Рим Ғариф улы тарафынан эшләнгән йыуан эсәк яман шешен хирургик дауалау алымы ҡулланыла.[1].

Хеҙмәттәре

  • Толстокишечная непроходимость (диагностика, лечение, реабилитация). Өфө, 1999 (авторҙаш);
  • Лимфатическая система человека. Өфө, 2006;
  • Колопроктология. Өфө, 2007 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997)
  • Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005)

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 Каланов Рим Ғариф улы. Башкирская энциклопедия: в 7 тт.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026.
  2. ↑ Каланов Рим Гарипович. НаПоправку.Ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026.

Һылтанмалар