Камалов Абдулхай Йәноҙаҡ улы

Камалов Абдулхай Йәноҙаҡ улы (15 ғинуар 1926 йыл — 23 июль 1999 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «ll дәрәжә Ватан һуғышы», «lll дәрәжә Дан» ордендары, «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Батырлыҡ өсөн», «Кёнигсбергты алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары кавалеры.

Биографияһы

Абдулхай Йәноҙаҡ улы Камалов Әбйәлил районы Һәйетҡол ауылында 1926 йылдың 15 ғинуарында тыуған. Балалыҡ йылдары Мишәр ауылында үтә. 1943 йылда 17 йәшендә генә һуғышҡа алына һәм Берлинғаса барып етә.

Камалов Абдулхай Йәноҙаҡ улы һуғыштан һуң колхозда шофер, оҙаҡ йылдар гараж мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. 1999 йылдың 23 июлендә ҡаты ауырыуҙан мәрхүм була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. Награда Абдулхая Камалова(недоступная ссылка)