Һәйетҡол

Һәйетҡол, Сәйетҡол (рус. Саиткулово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 146 кеше[2]. Почта индексы — 453628, ОКАТО коды — 80201816005.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
1968[3]2002[4]2009[4]2010[5]
186124137146
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 100 % тәшкил итә[6].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 146 76 70 52,1 47,9

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 36 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Буранғол): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 91 км

Урамдары

  • Аҡташ урамы (рус. Акташ (улица))
  • Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))[7]

Тарихы

Күсәр халҡы Дәүләт ауылынан айырылып сыҡҡан, һуңынан үҙҙәре Һәйетҡол (Башай) ауылын ойошторған. Был хәл 1816 йылда була. Зауряд-сотник Һәйетҡол Таңғай улы Ғәйетҡолов исемен йөрөтә.

VII һәм VIII ревизияларҙа шул уҡ халыҡ һаны (163) һәм йорт хужалығы (15) күрһәтелгән. 1859 йылда 25 ихатала 129 кеше, шул иҫәптән ситтән килеүселәр йәшәгән. Беренсе совет халыҡ иҫәбен алыуҙа ауылда 210 кеше 40 йортта йәшәгән.

Ауылда 1805—1807 йылдарҙа Рәсәйҙең Францияға ҡаршы походында ҡатнашыусы Баязит Сәмәрғолов, шулай уҡ көмөш миҙалдар кавалерҙары, 1814 йылдың 19 мартында Парижды яулап алыуҙа ҡатнашҡан XIV башҡорт полкы яугирҙәре Иҫәнгилде Бауагилдин, Йосоп Абдулхәлилев, зауряд-сотник Һәйетҡол Ғәйетҡолов йәшәгән.

XIX быуаттың 40-сы йылдарында 172 кеше йәшәгән 27 ихатанан 22-е йыл һайын Әбей-Батҡан, Суҡраҡлы, Күсәк йылғалары буйлап күсеп йөрөгән. Уларҙың 100 аты, 80 һыйыры, 70 һарығы, 50 кәзәһе була. Улар һөрөнтө ерҙәре ни бары 18 дисәтинә тәшкил иткән. 1842 йылда ауыл халҡы 192 бот яҙғы иген сәскән

Ауыл халҡы малсылыҡ менән шөғөлләнгән[8].

Билдәле шәхестәре

Видеояҙмалар

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. — 429, [2] с. : табл. преим. — Алф. указ.: с. 348-430.]
  4. 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
  7. Улицы
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 38. — ISBN 978-5-295-04683-4.

Тема буйынса өҫтәмә