Каширин Николай Павлович

Николай Павлович Каширин (1973 йылдың 28 ғинуары, Өфө) — Рәсәйҙең инженер-химик-технологы, нефть химияһы тармағы хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре. 2024 йылдан «Өфөоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 6-сы (2018—2023) һәм 7-се (2023 йылдан) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1].

Биографияһы

Каширин Николай Павлович 1973 йылдың 28 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Өфө ҡалаһында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға инә. 1995 йылда был юғары уҡыу йортонда «органик матдәләрҙең химик технологияһы» һөнәре буйынса «инженер-химик-технолог» дипломын ала[2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ 1995 йылда «Өфөоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең пирогазды (рус.)баш. айырыу буйынса 2-се цехында 5-се разрядлы аппаратсы булып башлай, шунан полипропилен цехы полимерлаштырыу бүлексәһенең 6-сы разрядлы аппаратсыһы була. Артабанғы вазифалары:

11.1998—10.2001 — «Башнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәте полипропилен етештереү производствоһының полимерлаштырыу сменаһы начальнигы, пирогазды айырыу производствоһының инженер-технологы.

11.2001—12.2011 — «Өфөоргсинтез» асыҡ 2-се пирогаз бүлеү производствоһының инженер-технологы һәм әйҙәүсе инженер-технологы; нефть углеводородтарын пиролизлау производствоһының әйҙәүсе инженер-технологы; синтетик этил спирты етештереү производствоһы начальнигы.

12.2011—04.2013 — «Омск полипропилен заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт техник директорының производство (рус.)баш. буйынса урынбаҫары.

05.2013—12.2013 — «Нефтехимия» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең синтетик спирт етештереү производствоһы начальнигы.

12.2013—03.2015 — «Яңы Куйбышев химияһы компанияһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең олефин һәм синтетик этанол етештереү производствоһы начальнигы.

03.2015—05.2017 — «„Башнефть“ акционер нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте нефть химияһы департаментының (рус.)баш. нефть химияһы һәм газ химияһын үҫтереү бүлеге начальнигы.

2017—2021 йылдарҙа — «Өфөоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының производство буйынса беренсе урынбаҫары, йәмғиәттең баш инженеры.

2021—2024 йылдарҙа — генераль директор вазифаһын башҡарыусы[3], баш инженер, 2024 йылдан — генераль директор[2][1][4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Башҡортостан Республикаһының 6-сы (2018—2023) һәм 7-се (2023 йылдан) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1]. Парламенттағы «Берҙәм Рәсәй» партияһының фракция ағзаһы[2]. 7-се саҡырылышта «Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет» ағзаһы[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының Почёт грамотаһы[2].

Ғаиләһе

  • Ике ҡыҙ атаһы[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Организация > Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан > Каширин Николай Павлович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2026. (рус.)
  2. 1 2 3 4 Лица Партии > Каширин Николай Павлович. Партия «Единая Россия». Официальный сайт. Региональные отделения. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2026. (рус.)
  3. Гендиректор «Уфаоргсинтеза» досрочно покинул свой пост. Юрий Дудников руководил предприятием 3 года. Сетевое издание «Уфа1.ру» (17 август 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2026.
  4. Публичное акционерное общество «Уфаоргсинтез». Генеральный директор Каширин Николай Павлович. Ассоциация строителей Саморегулируемая организация «БашстройТЭК». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2023. (рус.)
  5. Комитет по жилищной политике и инфраструктурному развитию. Каширин Николай Павлович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2023. (рус.)