Келети Агнеш

Викидата элементы тултырылмаған

А́гнеш Ке́лети (мадьярса  Keleti Ágnes тыуғанда Кляйн; 9 ғинуар 1921, Будапешт, Венгрия) — венгрия гимнасткаһы, биш тапҡыр олимпия чемпионы (1952, 1956), донъя чемпионы (1954, брус), спорт гимнастикаһы буйынса Венгрия чемпионы (19471954)

Биографияһы

undefined

Милләте буйынса йәһүд ҡыҙы. 4 йәшендә гимнастика менән шөғөлләнә башлай, ә 16 йәшендә үҙенең беренсе милли титулын яулай.

Икенсе донъя һуғышы башланғанлҡтан, 1940 йылғы йәйге Олимпия уйындары үткәрелмәй, ваҡытлыса туҡтатыла. Үҙен христиан ҡатыны тип танытып һәм[1] ауылда ялған документтар аҫтында йәшеренеп, ул Холокостан иҫән ҡалған[2], 1944 йылда гимнаст Иштван Шарканға кейәүгә сыға (һуңыраҡ ошо фамилия менән сығыш яһай — мадьярса  Ágnes Sárkány); 1950 йылда улар айырылыша. Уның атаһы Освенцимға, әсәһе менән һеңлеһе йәшеренеп йөрөй, уларҙы Рауль Валенберг ҡотҡара[1].

Һуғыштан Һуң Келети 1948 йылғы (травма арҡаһында ҡатнаша алмай ҡала), 1952 һәм 1956 йылдарҙағы олимпия уйындарында ҡатнашыу маҡсатында кавлификация үтә.

Мельбурндағы XVI Олимпия уйындарынан (ноябрь декабрь 1956 йыл) һуң, Келети, мөмкинлектән файҙаланып, Советтар Союзының Венгрияға ғәскәрҙәр индереү менән бәйле, сәйәси һыйыныу урыны ала һәм 1956 йылғы мадьяр ихтилалынан һуң, Венгрияға кире ҡайтмаҫҡа ҡарар иткән 44 венгр атлеты менән бергә, Австралияла мәңгегә йәшәргә ҡарар итә.

1957 йылда Израилгә репатриациялана (тыуған илгә кире ҡайтыу), шулай уҡ әсәһе һәм һеңлеһе лә Венгриянан күсеп килә. Шул уҡ йылда израиль командаһы составында Маккабиадала («Маккаби» Бөтә донъя спорт йәмғиәте Израилдә дүрт йылға бер тапҡыр ойошторолған Олимпия уйындары өлгөһөндә халыҡ-ара ярыштар үткәрә) ҡатнаша. Израилдә Тель-Авив университетының физик тәрбиә буйынса инструкторы, һуңынан йәштәше һәм абсолют олимпия чемпионы Мария Гороховская[3] Вингейт исемендәге институтта</a> эшләй. 1959 йылда Венгриянан күсеп килгән физкультура уҡытыусыһы Роберт Бироға кейәүгә сыға, был никахта ике бала тыуа.

2002 йылда Агнеш Келетиҙың исеме «Бөтә донъя гимнастика даны залы» (Оклахома-Сити, АҠШ)[4] исемлегенә индерелә.

2015 йылда, Израилдә 58 йыл йәшәгәндән һуң, тыуған Будапешт ҡалаһына ҡайта.

2017 йылдың 14 февралендә Агнеш Келети физик культура һәм спорт өлкәһендә Израиль дәүләт премияһына[5] лайыҡ була.

2019 йылдың апрелендә фин спортсыһы Лидия Видеман вафат булғандан һуң, Келети хәҙерге ваҡытта йәшәгән иң өлкән олимпия чемпионы һәм олимпия призёры (ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында). Олимпия уйындарында бер миҙалан артыҡ яулаған тарихтағы иң өлкән спортсы.

2022 йылдың 8 июлендә олимпия алтыны яулаған ҡатын — ҡыҙҙар араһында ғүмер оҙайлығы буйынса рекорд ҡуя — 101 йәш 180 көн.

2023 йылдың 17 мартында 102 йәш 67 көн — Олимпия уйындары тарихында иң өлкән ҡатын-ҡыҙ призёр була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Список призёров Олимпийских игр, доживших до 100 лет

Сығанаҡтар

  • Данная статья основана на материалах английской Википедии

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Jewish Women’s Archive. Agnes Keleti 2016 йылдың 25 октябрь көнөндә архивланған. (инг.)
  2. אונגעריש־ייִדישע גימנאַסטקע ווערט 102. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2023. Архивировано 16 ғинуар 2023 года.
  3. Сегодня день рождения первой советской олимпийской чемпионки по гимнастике — Московский комсомолец, 17.10.2008, Евгений Гик
  4. [International Gymnastics Hall of Fame (инг.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2007. Архивировано 26 февраль 2009 года. International Gymnastics Hall of Fame (инг.)]
  5. Лауреатом госпремии Израиля по физической культуре и спорту стала Агнеш Келети. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 февраль 2017. Архивировано 15 февраль 2017 года.