Кийко Михаил Юрьевич

Михаи́л Ю́рьевич Кийко (рус. Кийко Михаи́л Ю́рьевич1967 йылдың 12 майы, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, элегерәк — Рәсәй наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең директор урынбаҫары (2009 йылдың 11 июненән), полиция генерал-полковнигы (9 июнь 2011 йыл), иҡтисади фәндәр кандидаты.

Биографияһы

Михаил Юрьевич Кийко 1967 йылдың 12 майында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. 1986 йылдан 1988 йылға тиклем Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1992 йылда Мәскәү медицина стоматология институтын тамамлай, һуңынан 2001 йылға тиклем Рәсәйҙең төп нефть-газ компанияларында (шул иҫәптән ЮКОС, ЛУКОЙЛ, Зарубежнефть) етәксе вазифаларҙа эшләй.

2001 йылда дәүләт резервтары буйынса Рәсәй агентлығының генераль директоры урынбаҫары вазифаһын ала, уны 2004 йылдың апреленә тиклем, ул саҡта ведомство үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә Михаил Юрьевич дәүләт резервтары буйынса Федераль агентлыҡтың етәксеһе урынбаҫары була. Уның был вазифала эшләүе ыңғай баһалана, 2006 йылда ул Почёт ордены менән бүләкләнде.

Росрезервта эшләгән йылдарҙа Кийко үҙ һөнәри квалификацияһын күтәреү менән әүҙем шөғөлләнә. Мәҫәлән, 2002 йылда ул Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының Бөтә Рәсәй тышҡы сауҙа академияһы дипломын ала, 2005 йылда РФ Хәрби көстәре Генераль штабының Хәрби академияһын ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү факультетын тамамлай, 2006 йылда Мәскәү финанс-юридик академияһын тамамлай, ә 2008 йылда И.М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетында «Нефть-газ бизнесы менән идара итеү» программаһы буйынса МВА дәрәжәһен ала.

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2009 йылдың 11 июнендәге Указы менән Кийко Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәте директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2011 йылдың 9 июнендә уға «полиция генерал-полковнигы» тигән махсус исем бирелә.

Рәсәй Федерацияһы Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәте бөтөрөлөү менән бәйле, биләгән вазифаһынан бушатыла.

Концерн ВКО "Алмаз - Антей" акционерҙар йәмғиәтенең дөйөм мәсьәләләр буйынса генераль директоры урынбаҫары [1]

2017 йылдың апрелендә «Берләштерелгән иген компанияһы» акционерҙар йәмғиәтен етәкләй[1]. 2018 йылдың октябрендә был компаниянан китә.

Хәрби һәм махсус исемдәре, класс дәрәжәләре

  • махсус исеме — полиция генерал-полковнигы (9 июнь 2011 йыл)[2][3]
  • класс дәрәжәһе — Рәсәй Федерацияһының 3-сө класлы дәүләт советнигы (20 февраля 2007 года)[4]

Ғаиләһе

Өйләнгән, ике балаһы бар — улы һәм ҡыҙы.

Наградалары

  • III ләрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (8 март 2009 йыл)[5]
  • Александр Невский ордены
  • Почет ордены (10 август 2006 йыл)[6]
  • Урыҫ православие сиркәүенең II дәрәжә Изге кенәз Дмитрий Донской ордены (26 сентябрь 2006 йыл) №281
  • Урыҫ православие сиркәүенең Изге Серафим Саровский ордены (1 июль 2010 йыл) №158
  • Белорус православие сиркәүенең II дәрәжә Святитель Туровский ордены (25 сентябрь 2011 йыл) №443
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы «Наркотиктар, психотроп матдәләр әйләнешенә контроль һәм уларҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороу өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙағы ҡаҙаныштары, хеҙмәт эшмәкәрлегендә шәхси күрһәткестәре өсөн» (14 май 2014 йыл) №148-рун, Мәскәү, Кремль,

Иҫкәрмәләр

  1. Группа ОЗК: некоторые итоги работы 2019 йылдың 6 март көнөндә архивланған. // Официальный сайт ОЗК, 31 октября 2018
  2. Указ о присвоении специальных званий сотрудникам Федеральной службы по контролю за оборотом наркотиков // Президент России
  3. Дмитрий Медведев присвоил специальные звания ряду сотрудников ФСКН и ФСИН // Российская газета
  4. Указ Президента Российской Федерации «О присвоении классного чина государственной гражданской службы Российской Федерации федеральным государственным гражданским служащим» // Электронный фонд правовой и нормативно-технической документации
  5. Указ Президента Российской Федерации № 249 от 8 марта 2009 года
  6. Указ Президента РФ от 10.08.2006 N 892 «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников Федерального агентства по государственным резервам» // Поиск закона. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2014. Архивировано из оригинала 9 ғинуар 2014 года. 2014 йылдың 9 ғинуар көнөндә архивланған.

Тема буйынса өҫтәмә