Кикабидзе Вахтанг Константинович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
груз. ვახტანგ კონსტანტინეს ძე კიკაბიძე
Гражданлығы
Һөнәр төрө комик, йырсы, кинорежиссёр, сценарий яҙыусы, кино актёры, актёр, сәйәсмән
Тыуған ваҡыттағы исеме груз. ვახტანგ კიკაბიძე
Патроним или матроним для человека Константинович[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Туған тел Грузин теле
Ойошма ағзаһы Диэло[d]
Рәсем
Тыуған көнө 19 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны
Музыка ҡоралы вокал[d]
Рәсми сайт buba.diaspora.ru
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Үлем сәбәбе опухоль головного мозга[d]
Вафат булған көнө 15 ғинуар 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1][2] (84 йәш)
Вафат булған урыны
Әүҙемлек осороноң башланыуы 19662023
Үлем төрө тәбиғи үлем[d][3]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2023
Ерләнгән урыны
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Кикабидзе Вахтанг Константинович (груз. ვახტანგ კონსტანტინეს ძე კიკაბიძე; 19 июль 1938 йыл — 15 ғинуар 2023 йыл) — СССР һәм Грузия йырсыһы, йырҙар авторы, киноактер, кинорежиссер һәм сценарис. Грузия ССР-ының халыҡ (1980), Украинаның атҡаҙанған (2013) артисы, СССР-ҙың (1978) һәм Грузияның (2013) дәүләт премияһы лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вахтанг Константинович Кикабидзе 1938 йылдың 19 июлендә Тбилисиҙа тыуа, бала сағында Вера районында йәшәй.

Мәктәпте тамамлағас, 1955—1957 йылдарҙа Тбилиси университетында уҡый. 1959 йылда Тбилиси филармонияһына эшкә инә. 1961—1963 йылдарҙа Тбилиси сит ил телдәре институтында уҡый.

1966 йылда «Встреча в горах» (режиссеры Н. Санишвили) киноһында төшә.

1966 йылда «Орэр» һуҡма музыка ҡоралдары вокал ансамбленә килә. Яҡынса шул уҡ ваҡытта «Диэло» квартетында йырлай.

1969 йылда беренсе тапҡыр Г. Данелияның «Не горюй!» фильмында төшә (халыҡ-ара кинофестивалендә иң яҡшы ир-ат роле өсөн приз, 1970). Икенсе билдәле картинаһы — «Мелодии Верийского квартала» (режиссеры Г. Шенгелая, 1973).

1977 йылда Данелияның «Мимино» фильмы сыға (СССР дәүләт премияһы, 1978 йыл).

1981 йылда Кикабидзе үҙ сценарийы буйынса дүрт новелланан торған «Будь здоров, дорогой!» (Гран-при Габрово-83) комедияһын төшөрә, ә 1985 йылда — «Мужчины и все остальные». 1984 йылда «ТАСС уполномочен заявить» фильмында төшә (СССР КГБ-һы премияһын ала).

Кинематографта режиссер Георгий Данелия төшөргән халыҡтың яратҡан: «Не горюй!», «Совсем пропащий», «Мимино» һәм «Фортуна» фильмдарында персонаждар галереяһын булдыра. Бик күп популяр йырҙар башҡара («Чито гврито», «Мои года — моё богатство» һ. б.).

1996 йылда Кикабидзе халыҡ-ара «Кто есть кто» энциклопедияһына индерелә.

«Лицо кавказской национальности» тип аталған мемуарҙар китабы яҙа[4].

Вахтанг Кикабидзе 2023 йылдың 15 ғинуарында Тбилиси ҡалаһында вафат булды[5].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атаһы — кесе лейтенант Константин Николаевич Кикабидзе (1906—1942), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 1942 йылдың декабрендә Керчь эргәһендә хәбәрһеҙ юғала[6], сығышы менән Имеретин дворяндары нәҫеленән, журналист булып эшләй[7].

Әсәһе — Манана Константиновна Багратиони, Багратиони-Давитишвили грузин кенәз ырыуынан, грузин батшаһы Багратиони династияһы тармағы. Билдәле йырсы[8].

Әсәһе яғынан Ольга өләсәһе — Картлиҙан боронғо Амирэджиби кенәз нәҫеленән[9].

Ҡатыны — 1965 йылдан Ирина Григорьевна Кебадзе, Тбилиси академия опера театрының элекке прима балеринаһы.

Вахтанг Кикабидзе ике балаһы бар: ҡыҙлыҡҡа алынған Марина Сагарадзе — Шота Руставели исемендәге Тбилиси академия театры актрисаһы, кинола төшә, театр вузында сәхнә оҫталығынан уҡыта, улы Константин Кикабидзе — рәссам, Сәнғәт академияһын тамамлай, контракт буйынса өс йыл Мәскәүҙә Грузия илселегендә эшләй, әле Торонтола (Канада) йәшәй.

Ейәндәре: өлкән ейәне — Георгий Арешидзе (1978), ҡыҙлыҡҡа алынған ҡыҙының улы, Зальцбургта колледж тамамлай һәм Лондонда (2007) Шиллерҙың халыҡ-ара университетында уҡый, Константиндың улдары: Вахтанг Кикабидзе (1986), атаһы һәм үгәй әсәһе менән Канадала йәшәй, өйләнгән, Иоан Кикабидзе (1995) Тбилисиҙа инглиз мәктәбендә уҡый.

Фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Актёр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Режиссёр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сценарист[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Музыкаль эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Винил[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1971 — «Поёт Вахтанг Кикабидзе» (ЕР, «Мелодия», ГД-0002703-4)[10]
  • 1973 — «Поёт Буба Кикабидзе» (ЕР, «Мелодия», ГД-0003803-4)[11]
  • 1973 — «Поёт Вахтанг Кикабидзе» (ЕР, «Мелодия», ГД 0003305-2703)[12]
  • 1978 — «Поёт Буба Кикабидзе» (ЕР, «Мелодия», Г62—07023-4)[13]
  • 1979 — «Пока сердце поёт» (LР, «Мелодия», С60—12465-6)[14]
  • 1980 — «Поёт Вахтанг Кикабидзе. Песни Алексея Экимяна» (ЕР, «Мелодия», С62—13567-68)[15]
  • 1980 — «Поёт Вахтанг Кикабидзе» (ЕР, «Мелодия», С62-14745-46)[16]
  • 1981 — «Пожелание. Песни Алексея Экимяна поёт Вахтанг Кикабидзе» (LР, «Мелодия», С60—14809-10)[17]
  • 1983 — «Вахтанг Кикабидзе поёт песни А. Морозова» (ЕР, «Мелодия», С62—19063 001)[18]

Магнитоальбомы и CD[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1979 — «Поёт Вахтанг Кикабидзе» (MC, «Мелодия», СМ 00742)[19]
  • 1994 — «Мои Года»
  • 1996 — «Ларису Ивановну хочу» (2018 йылда ҡабаттан сығарыла)
  • 1997 — «Письмо другу»
  • 1997 — «Секрет счастья»
  • 1999 — «Танго любви»
  • 2001 — «Лучшие песни»
  • 2003 — «Грузия, любовь моя (Тбилиси йырҙары)» (2 CD)
  • 2004 — «Старики-разбойники»
  • 2006 — «Экимян. Кикабидзе. Вот и встретились»
  • 2006 — «Grand Collection»
  • 2006 — «Танцы, шманцы, обниманцы»
  • 2007 — «Я жизнь не тороплю»
  • 2008 — «Проза жизни» (өҫтәмә баҫма)
  • 2018 — «Версии, не вошедшие в сборники»

Сығыштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Даими гастролдәрҙә йөрөй. Концерт менән биш континентта булған.

Вахтанг Кикабидзеның «Я не тороплю жизнь» программаһы менән ҙур соло концерты 2005 йылдың 8 апрелендә Мәскәүҙә «Россия» концерт залында үтә.

Клиптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1996 — «Ах, эти сложные года».
  • 2009 — «Разочаровали».
  • 2011 — «Грузинская песня».

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты.
  • Грузин ССР-ының атҡаҙанған артисы (1970)
  • СССР-ҙың дәүләт премияһы (1978)
  • Грузия ССР-ының халыҡ артисы (1980)
  • СССР КГБ-һы премияһы (1984, «ТАСС уполномочен заявить…» фильмындағы роле өсөн)
  • Намыҫ ордены (Грузия) (1994)
  • III дәрәжә Вахтанг Горгасала ордены (Грузия)
  • Тбилиси ҡалаһының почетлы гражданы (1998).
  • Кикабидзе исемле йондоҙо (1999, Мәскәү, «Йондоҙҙар майҙаны»).
  • Тбилиси филармония бинаһы алдында исемле йондоҙо (2006).
  • Изге Георгий исемендәге Еңеү ордены (2008, Грузия)[20]
  • Дуҫлыҡ ордены (19 июль 2008 йыл, Рәсәй) — урыҫ мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, Рәсәй-Грузиямәҙәни бәйләнештәрен нығытҡан өсөн — 2008 йылдың авгусында баш тарта[21].
  • Украинаның атҡаҙанған артисы (30 ноябрь 2013 йыл).
  • Николай Чудотворец халыҡ-ара ордены кавалеры,
  • Бөйөк Константин халыҡ-ара ордены кавалеры (Рәсәйҙән тәҡдим ителә).

Сәйәси позицияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вахтанг Кикабидзе БДБ илдәрендәге һәм Грузиялағы хәрби низағтарға ҡарата фекерен асыҡтан-асыҡ белдерә.

2008 йылдың авгусында Көньяҡ Осетиялағы низағтарға бәйле Рәсәйҙең «Дуҫлыҡ» орденынан баш тарта. Бынан тыш, Кикабидзе рус халҡын ихтирам итеүен, әммә Рәсәйҙең Грузияға ҡарата хәрби хәрәкәттәренә бәйле Мәскәүҙә юбилей концерттарын үткәрмәй һәм — концерттар менән сығыш яһай, наградалар менән ҡабул итә алмайым, тип белдерә.

2014 йылдың октябрендә Украинаның «Сегодня» гәзитенә биргән интервьюһында Кикабидзе, «әгәр йәш булһам, мин дә НАТО-ла булыр һәм илемде яҡлап ҡкаршылашыр инем», тип беледрә[22], ә президент Путинды «ҡара көстәр сәйәсмәне» һәм «баҫҡынсы» тип атай[23].

2015 йылдың яҙында Вахтанг Кикабидзе Бөтә Украина туры сиктәрендә Киевта сығыш яһай. Ике сәғәтлек концертын ул «Небесная сотня»ға арнай[24].

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Георгий Данелия фильмдарында Кикабидзеның исеме титрҙарҙа «Буба Кикабидзе» тип яҙыла. Буба — Кикабидзеның туғандары һәм яҡындары араһындағы ҡушаматы[25].
  • Кикабидзе исеме менән Верхотурҙағы пан-фолк-рок төркөмө атала: «Водопад имени Вахтанга Кикабидзе».
  • Кикабидзе әйтеүенсә, ул бер ҡасан да комсомолда булмаған[26].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Умер Вахтанг Кикабидзе (урыҫ) // (unknown type) — 2023.
  2. Скончался Вахтанг Кикабидзе (урыҫ) // (unknown type) — 2023.
  3. https://www.mk.ru/culture/2023/01/15/vakhtang-skonchalsya-v-reanimacii-podruga-rasskazala-o-poslednikh-chasakh-kikabidze.html
  4. Мудрые советы от Вахтанга Кикабидзе - юбиляр о новой книге, кино и музыке. РИА Новости (19 июль 2013). Дата обращения: 15 май 2020.
  5. Умер Вахтанг Кикабидзе. ИА «Башинформ», 15 января 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2023)
  6. Память народа
  7. Вахтанга Кикабидзе привёл на сцену Ив Монтан // KP.RU
  8. Вахтанг 'Буба' Кикабидзе — биография — Кино-Театр. РУ
  9. Вахтанг Кикабидзе: С удовольствием жил бы в двух городах — Тбилиси и Баку (ФОТО)
  10. «Поёт Вахтанг Кикабидзе» — ГД-0002703-4 (1971), records.ru
  11. «Поёт Буба Кикабидзе» — ГД-0003803-4 (1973), records.ru
  12. «Поёт Вахтанг Кикабидзе» — ГД 0003305-2703 (1973), records.ru
  13. «Поёт Буба Кикабидзе» — Г62—07023-4 (1978), records.ru
  14. «Пока сердце поёт» — С60—12465-6 (1979), records.ru
  15. «Поёт Вахтанг Кикабидзе. Песни Алексея Экимяна» — С62—13567-68 (1980), records.ru
  16. «Поёт Вахтанг Кикабидзе» — С62-14745-46 (1980), records.ru
  17. «Пожелание. Песни Алексея Экимяна поёт Вахтанг Кикабидзе» — С60—14809-10 (1981), records.ru
  18. «Вахтанг Кикабидзе поёт песни А. Морозова» — С62—19063 001 (1983), records.ru
  19. «Поёт Вахтанг Кикабидзе» — СМ 00742 (1979), records.ru
  20. Утро.ru
  21. Вахтанг Кикабидзе отказался от российского Ордена Дружбы и отменил осенние гастроли, Newsru.com (13 август 2008). 13 сентябрь 2017 тикшерелгән.
  22. Кикабидзе даже заявил, что поучаствовал бы в карательной операции в Донбассе против жителей, высказавшихся за независимость от Украины, на стороне киевских властей. Газета.ру, 04.10.2014.
  23. Кикабидзе о том, почему он не выступает в России. Русская служба BBC
  24. Интервью Вахтанга Кикабидзе изданию «Гордон»
  25. Георгий Данелия. «Безбилетный пассажир».
  26. Вахтанг Кикабидзе рассказал о ненависти к СССР 2018 йылдың 21 июнь көнөндә архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]