Килмөхәмәтов Олег Зөфәр улы
Йырсы тауышы | бас[d] |
---|---|
Кемдә уҡыған | Вәлиева Баныу Нурғәли ҡыҙы |
Гражданлығы | |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 26 август 1952 (72 йәш) |
Эш урыны | |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы, уҡытыусы |
Тыуған урыны |
Килмөхәмәтов Олег Зөфәр улы (рус. Кильмухаметов Олег Зуфарович; 26 август 1952 йыл) — опера йырсыһы (бас), педагог. 2007 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы директоры, бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, республика конкурсы лауреаты.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Олег Зөфәр улы Килмөхәмәтов 1952 йылдың 26 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған. «Яңғыҙ йырлаусы опера артисы» һөнәре буйынса Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Педагогы — Вәлиева Баныу Нурғәле ҡыҙы.
2007 йылдан — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы директоры, бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы булып эшләй. Театрҙың ағымдағы репертуарындағы һәм яңы постановкаларындағы спектаклдәрҙә әүҙем ҡатнаша. Репертуарында 80-гә яҡын партия бар.
Төп партиялары:
- Бартоло («Севильский цирюльник» Россини Дж.),
- Дон Паскуале («Дон Паскуале» Доницетти Г.),
- Кенәз Галицкий («Кенәз Игорь» Бородин А.П.),
- Малюта Скуратов («Батша кәләше» Римский-Корсаков Н.А.),
- Монтероне («Риголетто» Дж. Верди);
- Орлик («Мазепа» Чайковский П.И.),
- Скула («Кенәз Игорь» Бородин А.П.)
- Египет батшаһы («Аида» Верди Дж.)
- Собакин («Батша кәләше» Римский-Корсаков Н.А),
- «Иблес» операһынан Иблес арияһы (Нур Дауытов музыкаһы)
Дирижёрҙар: А.Анисимов, Е. В. Бражник, Я. А. Вощак, Ю. Л. Кочнев, А. А. Людмилин, Ф. Ш. Мансуров менән эшләй.
Шулай уҡ репертуарын башҡорт композиторҙарының лирик һәм патриотик йырҙары биҙәй: «Дуҫлыҡ йыры» (Р. Тимерғәлиев), «Йырлайым мин» (Заһир Исмәғилев), «Йәшәргә лә әле йәшәргә» (Рәил Өмөтбаев), «Ҡаһармандар йыры» (Шамил Ҡолбарисов), «Өфө йүкәләре» (Рим Хәсәнов ), «Салауат батыр» (Хөсәйен Әхмәтов) һ.б.[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы ();