Корела балалары
Корела балалары — абруйлы карел феодалдарының биш ырыуы атамаһы. Улар X — XVI быуаттарҙа хәҙерге Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайышында, Ладога күле буйында урынлашҡан һәм «Корела ере» тип йөрөтөлгән тарихи биләмәләрҙең хужалары булған. Был исем менән хәҙерге заман карелдарҙың беҙҙең эраға тиклемге I мең йыллыҡта йәшәгән ата-бабалары ырыуҙарын атап йөрөткәндәр, ул шунан килә[1].
Атама тарихы
«Балалары» һүҙе урыҫ телендәге «бояр балалары» һүҙбәйләнешенә тап килә, йәғни рус кенәзлектәре социаль структураһында «улар — кенәздәрҙең һәм баярҙарҙың вариҫтары» тигән мәғәнәне бирә. «Карел балалары» тигән төшөнсә артабан элекке абруйлы карел феодалдарының һәм бер үк ваҡытта бөтә Корела ерҙәренең һис шикһеҙ Новгород дәүләтенең вассалдары булыуын аңлата[2].
Дөйөм мәғлүмәттәр
Швед короллеге һәм Новгород республикаһы араһындағы сиктәрҙе билдәләгән 1323 йылғы Ореховецкий тыныслыҡ килешеүе буйынса, Новгород республикаһының Водский пятинаһы составына ингән Корела еренең биш ырыуы феодалдарының абруйлы вәкилдәре Новгород республикаһының идара итеүсе элитаһына «Корела балалары» исеме аҫтында индерелә. Новгород үҙәк власы уларҙың Корела ерҙәрендәге элекке биләмәләрен феодал аҫаба хоҡуғында һаҡлап ҡалдыра.
Сығанаҡтарға ярашлы, биш ырыу Вымолец, Куролец, Ровкулец, Валдолец һәм Наволоч-ырыу (фараздар буйынса Тивролец) тип аталған була. Ырыуҙарҙың был атамалары боронғо карелдарҙың Ладога буйындағы аҫаба ерҙәре биләмәләренең исемдәре менән тап килә.
«Биш ырыу»ҙың төп аҫаба биләмәләре Корела еренең төньяҡ өлөшөндә һәм Рәсәй империяһының төньяғындағы поморҙар йәшәгән өлкәләрҙә урынлашҡан була. XV быуат аҙағында Корела ере ырыуҙарынан күпселек аҫаба биләмәләре тартып алына. Был урыҫ кенәзе Бөйөк Иван III Мәскәү-Новгород һуғышында (1477—1478) еңеүе һәм Бөйөк Новгородты һәм уның ерҙәрен урыҫ державаһына ҡушыуынан һуң була. Аҫабалыҡ тартып алыныуға ҡарамаҫтан, Корел еренең элекке күренекле вәкилдәре боронғо кәсеп урындарына хужа булып ҡала, әммә «корела балалары» рәсми статусын юғалта[2].
Корела ерҙәренең көньяҡ өлөшөндәге аҫаба ерҙәр тартып алынмай һәм «биш ырыу» ҡулында ҡала. Уларҙың шулай уҡ ергә һәм унда йәшәүсе урындағы халыҡҡа хоҡуҡтары һаҡлана.
Фамилиялар
- Ровкульский
- Валит
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Карелия: энциклопедия: в 3 т. / гл. ред. А. Ф. Титов. Т. 2: К — П. — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2009. С. 95 — 464 с.: ил., карт. ISBN 978-5-8430-0125-4 (т. 2)
- ↑ 1 2 Родовая корельская знать в XIII-XV веках и ее потомки в центральной России. cyberleninka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2025.
Әҙәбиәт
- Майнов В. Н. Несторова Весь и Корельские дети. // Живописная Россия. 1881. Т I. Ч.2 стр. 493—527.
- Грамоты Великого Новгорода и Пскова / Под. ред. С. Н. Валка. — М.;Л., 1949
- История Карелии с древнейших времён до наших дней / Науч. ред. Н. А. Кораблёв, В. Г. Макуров, Ю. А. Савватеев, М. И. Шумилов. — Петрозаводск: Периодика, 2001. — 944 с.: ил. ISBN 5-88170-049-X
- Панкрушев Г. А. Племена Карелии в эпоху неолита и раннего металла. — М.,Л.: Наука, 1964. — 150 с.:табл.
- Сакса А. И. Древняя Карелия в конце I — начале II тысячелетия н. э. — СПб.: Нестор-История, 2010. — ISBN 978-598187-583-0.
- А. Б. Варенов. Карельские древности в Новгороде. Опыт топографирования. //«Новгород и Новгородская Земля. История и археология». Материалы научной конференции. Новгород, 1997 г.