Корнеев Иван Ильич
Иван Ильич Корнеев (1914 йылдың 5 майы, Сенокосное[d] — 1989 йылдың 14 июне, Ырымбур) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Гвардия кавалерия дивизияһы артиллерия полкының орудие наводчигы, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
Корнеев Иван Ильич 1914 йылдың 5 майында Ҡаҙағстан ССР-ы Ҡарағанды өлкәһе Йәштәр районының Бесәнле ауылында (Хәҙерге Ҡаҙағстан Республикаһы Ҡарағанды өлкәһе Осакаровский районы) тыуған. Милләте буйынса урыҫ. Ете синыфты тамамлаған.
1935-1936 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районының «Һаҡмар» совхозында эшләй.
Ҡыҙыл Армияға 1936 йылда Ейәнсура районы хәрби комиссариатынан саҡырала. 1936-1939 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта һәм Монголия Халыҡ Республикаһында хеҙмәт итә.
Бөйөк Ватан һуғышына 1941 йылдың июлендә Ҡаҙағстандың Джамбул өлкәһенең Чуй район хәрби комиссариатынан алына. Сталинград, Көньяҡ-Көнбайыш, Дала, Үҙәк, Белоруссия һәм 1-се Белоруссия фронттарында һуғыша.
1945 йылдың ғинуар айындағы батырлығы өсөн «Советтар Союзы Геройы» исеме 1945 йылдың 27 февралендә бирелә.
1945 йылдың 15 ғинуарында Пабьяница ҡалаһы (Польша) районында фашист төркөмө менән ҡаты алыш бара. Гитлерсылар ҡамауға эләккән урындан ҡотолорға тырышып, беҙҙең позицияларҙы өҙлөкһөҙ һөжүм итә. Гвардия сержанты И.И. Корнеевтың яҡшы маскировкаланған орудиеһы урынлашҡан позицияға табан 5 дошман танкы килә (147-се гвардия артиллерия полкы, 15-се гвардия кавалерия дивизияһы, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 1-се Белорус фронты). Һөжүмде кире ҡағып, ул ике танкты яндыра, ә ҡалғандарын кире боролорға мәжбүр була. Дошман автоматсылары һөжүмгә ташлана. И.И. Корнеев уларға шрапнель менән ата. Юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, дошман һөжүмде дауам итә. И.И. Корнеев фашистарҙы гранаталар һәм автоматтан ҡыра. Шулай итеп ул үҙенә ярҙам килгәнсе фашистарға ҡамауҙан сығырға бирмәй.
1945 йылда Иван Корнеев Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнаша.
Һуғыштан һуң Корнеев Һамар өлкәһенең Жигулевск ҡалаһында йәшәй, Һуңынан Ырымбурға күсә[1].
1989 йылдың 14 июнендә Ырымбур ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 5219) (27.02.1945);
- Ленин ордены (27.02.1945);
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
- ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены;
- СССР миҙалдары.
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Золотые звёзды Оренбуржья: биографический справочник / В. П. Россовский; ред. Е. А. Урбанович; рец. У. А. Батыров, Н. М. Румянцев. — изд. 2-е, перераб. и доп. — Оренбург: ИПК «Южный Урал», 2005. — С. 48—49. — 595 с. — ISBN 5-94461-009-3.
- Оренбуржцы — Герои Советского Союза: библиографический указатель / Библиогр. отд.; сост. Н. А. Кузнецова. — 1. — Оренбург: Областная научная библиотека имени Н. К. Крупской, 1987. — С. 68—69. — 155 с.
- Герои Советского Союза — казахстанцы / под ред. Н. Зверева. — Алма-Ата: Казахстан, 1968. — Т. 1. — С. 405—406. — 25 600 экз.
- Несокрушимые. Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. Уфа, 1979, кн. 4.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Советтар Союзы Геройы (Тикшерелеү көнө: 31 ғинуар 2026)
- Башкирский республиканский музей Боевой Славы. Официальный сайт. Корнеев Иван Ильич (Тикшерелеү көнө: 31 ғинуар 2026)
- И. И. Корнеев в архиве сайта Башкирского республиканского музея боевой славы (Тикшерелеү көнө: 31 ғинуар 2026)
- Сайт Уфа-Гид И в параде Победы участвовал (Тикшерелеү көнө: 31 ғинуар 2026)
- Республиканский центр народного творчества. Республиканский проект «Гордость Башкортостана» 2024 г. (Тикшерелеү көнө: 31 ғинуар 2026)
- Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества» (Тикшерелеү көнө: 31 ғинуар 2026)
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941-1945 гг.» Музей Победы. Официальный сайт (Тикшерелеү көнө: 31 ғинуар 2026)