Корнилаев Сергей Григорьевич
Сергей Григорьевич Корнилаев (рус. Корнилаев Сергей Григорьевич; 1955 йылдың 20 феврале, Сыуаш-Ҡобау, Башҡорт АССР-ы) — СССР-ҙың ирекле стилдәге көрәшсеһе. 48 кг-ға тиклем-ға тиклем ауырлыҡ категорияһында «Хеҙмәт резервтары» спорт йәмғиәте өсөн сығыш яһай. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
Ирекле көрәш буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1978), дүрт тапҡыр донъя чемпионы (1978, 1979, 1981, 1982), Европа чемпионы (1984), XXII олимпия уйындарының бронза призеры (1980). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры[1].
Биографияһы
С. Г. Корнилаев 1955 йылдың 20 февралендә Башҡорт АССР-ының Иглин районы Сыуаш-Ҡобау ауылында сыуаш ғаиләһендә тыуған. 11 йәшендә ата-әсәһен юғалта, уны өлкән апаһы ире менән Мәскәүгә алып китә. Ҡустыһы уны ирекле көрәшкә яҙҙыра, тренеры В. И. Баринов була. 1976—1987 йылдарҙа Советтар Союзы йыйылма командаһы ағзаһы була[2].
1983 йылда Мәскәү физик культура институтын тамамлай[1].
1984 йылдан алып тренерлыҡ эшен башҡара, Мәскәү ҡала спорт идаралығының 42-се олимпия резерв спорт мәктәбендә тренер.
90-сы йылдар башында Мәскәүҙең Перово районында Сергей Корнилаев исемендәге «Витязь» спорт клубын аса. С. Г. Корнилаев — уның почетлы президенты[2].
Шулай уҡ «Мәскәү ирекле көрәш федерацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының попечителдәр советы рәйесе. 2025 йылдан Чуваш Республикаһында тыуған офицерҙар йәмәғәт ойошмаһы «Ватан улдары» ағзаһы. Ул шулай уҡ Мәскәү чуваштары йәмғиәтенең әүҙем ағзаһы.
«Витязь» спорт клубының (Мәскәү) Почетлы президенты, Мәскәү ирекле көрәш федерацияһының попечителлек советы рәйесе.
Йыл һайын көрәшсе хөрмәтенә үткәрелә:
- Ирекле көрәш буйынса Сергей Григорьевич Корнилаев исемендәге халыҡ-ара турнир (Мәскәү, «Хеҙмәт резервтары» спорт комплексы),
- Ирекле көрәш буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы Сергей Григорьевич Корнилаев призына Бөтә Рәсәй турниры (Сыуаш Республикаһы, Канаш районы).
- Ирекле көрәш буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы Сергей Григорьевич Корнилаев призына республика турниры (Башҡортостан Республикаһы, Иглин районы).
- Ирекле көрәш буйынса Яңы йыл турниры (Мәскәү, Перово, «Луч» спорткомплексы).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
Һылтанмалар
- Корнилаев Сергей Григорьевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2021)
- Сергей Корнилаев 2020 йылдың 18 апрель көнөндә архивланған.Сергей Корнилаев — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы(англ.)
- Сергей Корнилаев в «Чувашской энциклопедии»
- ↑ 1 2 3 4 Сидоров П. П. Корнилаев Сергей Григорьевич. Чувашская энциклопедия. Чувашский государственный институт гуманитарных наук.
- ↑ 1 2 Николаев В. Д. Самый титулованный чувашский вольник. Газета «Республика» Государственного Совета Чувашской Республики (3 август 2022).
- ↑ Сергей Корнилаев удостоен ордена "За заслуги перед Чувашской Республикой". www.cheboksary.ru. Информационный сайт столицы Чувашии Чебоксары.ру (13 февраль 2025).