Курочкина Антонина Павловна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған урыны
Тыуған көнө 25 июнь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Вафат булған урыны
Вафат булған көнө 1984
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены
Һуғыш/алыш

Курочкина Антонина Павловна (25 июнь 1922 йыл16 апрель 1984 йыл) — һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы. 1952 йылдан Пермь өлкәһе Барҙы районы үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Өлкә Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Курочкина Антонина Павловна 1922 йылдың 25 июнендә Марий Эл Республикаһының Совет районы Яңы Ургаш ауылында тыуа. 1940 йылда Мари фельдшер-акушерлыҡ мәктәбен тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында 1941 йылдан 1943 йылға тиклем хәрәкәт итеүсе армияла була. Ленинград һәм Волхов фронттарында 286-сы уҡсылар дивизияһының саперҙар ротаһында фельдшер була. 1942 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. 1943 йылдың аҙағында тыуған яҡтарына ҡайтып, акушер пункты мөдире була.

1950 йылда Пермь медицина институтын тамамлап, Барҙы районына йүнәлтмә ала. Райздравотдел мөдире булып эшләй, ә 1952 йылдан — Барҙы район дауаханаһының баш табибы. Оҙаҡ йылдар берҙән-бер табип — үҙе терапевт, хирург, офтольмолог, хатта патологоанатом була.

1950 йылдар урталарында А. П. Курочкина ҡатнашлығында районда халыҡ араһында профилактик эштәр киң йәйелдерелә. Ул саҡта Барҙы районында трахома тарала, ҡарттар һуҡырая, урта йәштәге кешеләрҙең дә күҙҙәре ауырта. Антонина Павловна бөтә коллективты туплай: фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары, табиптар — барыһы район буйлап йөрөй, һәр ауылға, һәр өйгә барып етә. Профилактик тикшереүҙәр аҙна һайын, айҙар дауамында бара. Һәм сир сигенгәнә. Районда табиптың энергияһы ярҙамында тиҫтәләгән дауалау-профилактика пункттары, балалар һауыҡтырыу лагерҙары эшләй башлай.

1969 йылдың 4 февралендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән совет кешеһенең һаулығын һаҡлау өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн Антонин Павловна Курочкина «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеменә һәм Ленин ордены, «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалына лайыҡ була.

Утыҙ йылдан ашыу А. П. Курочкина район дауаханаһын етәкләй. Уның ҡатнашлығында районда трахома, скарлатина һ. б. кеүек ауырыуҙарҙы мәңгегә еңәләр. Өлкә советы депутаты, КПСС-тың район комитеты бюроһы ағзаһы итеп һайлана. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы.

Барҙа ауылында йәшәй. 1984 йылдың 16 апрелендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы
  • Ике Ленин ордены (1961, 1969)
  • миҙалдар

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Барҙы ауылының бер урамы һәм Барҙы район дауаханаһы уның исемен йөрөтә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои Прикамья. — Пермь: Пушка, 2006
  • Кузьмин М. К. Учёные-медики — Герои Социалистического Труда. — М., 1988.