Кәримов Тельман Камал улы
Кәримов Тельман Камал улы (рус. Каримов Тельман Камалович; 30 ноябрь 1934 йыл) — инженер, ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1961 йылдан (өҙөклөк менән) «Сельхозтехника»ның Учалы район берекмәһенең баш инженеры, 1978—2000 йылдарҙа – предприятие етәксеһе. 1993—1998 йылдарҙа район советы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1981) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2014).
Биографияһы
Тельман Камал улы Кәримов 1934 йылдың 30 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ахун ауылында тыуған[1].
Юғары белемле: Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған[1].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1957 йылда райондың биш хужалығын хеҙмәтләндергән Учалы МТС-ының участка механигы булып башлай, артабан — ауыл хужалығы машиналары буйынса инженер-механик[1].
1959 йылдан — Учалы районы буйынса Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының өлкән инспекторы[1].
1961 йылдан — «Сельхозтехника» Учалы район берекмәһенең баш инженеры, 1965 йылдан — идарасыһы[1].
1972 йылдан — «Урал» колхозы рәйесе[2].
1978 йылдан — «Сельхозтехника»ның Учалы район берекмәһе идарасыһы[1].
1986 йылдан — район агросәнәғәт берекмәһе рәйесенең механизация һәм электрләштереү буйынса урынбаҫары — ремонт предприятиеһы директоры[1].
1988 йылдан — ремонт-техник предприятие директоры[1].
1995—2000 йылдар — «Учалы райсельхозтехникаһы» дәүләт предприятиеһы директоры[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
• 1993—1998 йылдарҙа Учалы район советы рәйесе[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993)[3]
• Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981)[2]
• Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1973) [1]
• «Почёт Билдәһе» ордены (1971) [1]
• Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергәне өсөн миҙалы [1]
• «фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» юбилей миҙалы (1970)
• «Хеҙмәт ветераны» миҙалы[2]
• Райондың почётлы гражданы (2014)[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 Муниципальный район Учалинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. К 90-летию Учалинского района: Почетный гражданин Тельман Каримов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2024)
- ↑ 1 2 3 4 Рамай ҠАҺИР. Хатта ҡаялар емерелһә лә... «Башҡортостан» гәзите, 12 сентябрь 2014 йыл (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2024)
- ↑ Электронный фонд правовых и нормативно-технических документов «Кодекс». УКАЗ ПРЕЗИДЕНТА РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ «О присвоении почетных званий Российской Федерации работникам сельского хозяйства»: «ЗАСЛУЖЕННЫЙ РАБОТНИК СЕЛЬСКОГО ХОЗЯЙСТВА РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ». КАРИМОВУ Тельману Камаловичу - директору Учалинского ремонтно-технического предприятия государственно-кооперативного объединения «Башагропроммеханизация», Республика Башкортостан (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2024)
- ↑ Архив документов Республики Башкортостан. Решение от 10.09.2014 г № 338 О присвоении звания «Почетный гражданин муниципального района Учалинский район» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2024)
Һылтанмалар
• Муниципальный район Учалинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. К 90-летию Учалинского района: Почетный гражданин Тельман Каримов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2024)
• Рамай ҠАҺИР. Хатта ҡаялар емерелһә лә... «Башҡортостан» гәзите, 12 сентябрь 2014 йыл (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2024)