Кәрлә дәүләт

Кәрлә дәүләт (рус. Карликовое государство) — ҡайһы бер критерийҙар буйынса (мәҫәлән, майҙаны, халыҡ һаны һ.б.) башҡа дәүләттәрҙән һиҙелерлек бәләкәй булған дәүләт.

Ҡағиҙә булараҡ, майҙаны буйынса Люксембургтан ҡалышҡан дәүләттәрҙе кәрлә тип атайҙар. Люксембург үҙе лә ҡайһы саҡта карлә дәүләт тип иҫәпләнә.

Халыҡ һаны ла йыш ҡына критерий булараҡ ҡулланыла. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм Бөтә донъя банкы терминологияһында кәрлә дәүләттәр тип халҡы 1 миллион кешенән артмаған дәүләттәрҙе атайҙар. Милләттәр Берләшмәһе отчеттарында бәләкәй илдәр һәм халыҡ һаны сиге 1,5 миллион кеше тигән термин ҡулланыла. Ниһайәт, ҡайһы саҡта кәрлә дәүләттәр тип халҡы 500 меңдән дә аҙыраҡ булғандарҙы атайҙар.

Кәрлә ил

Күп кенә кәрлә дәүләттәр сағыштырмаса йәш берләшмәләр булып тора (Көнсығыш Тимор һәм башҡалар). Шуның менән бергә Европалағы кәрлә дәүләттәрҙең күпселегенең күп быуатлыҡ тарихы бар. Мәҫәлән, Сан-Марино Европаның иң боронғо дәүләте тип һанала. Ҡайһы берҙә шулай уҡ кәрлә ил төшөнсәһе ҡулланыла, уға бойондороҡһоҙ ваҡ дәүләттәр генә түгел, географик һәм тарихи яҡтан айырым (йышыраҡ утрау) территориялар — бойондороҡһоҙ территориялар, административ автономиялар инә. Мәҫәлән, Мэн Утрауы, Гернси, Борнхольм, Гибралтар, Майотта, Гуам, Ниуэ, Гельголанд һ. б.

Түбәндә майҙаны 10 000 км²-нан кәм булған илдәр исемлеге килтерелә.

Кәрлә дәүләттәр исемлеге

Европа

Халыҡ-ара хоҡуҡ субъекты булараҡ ҡаралған территория

Мальта ордены флагы Суверенлы Мальта ордены (бөгөнгө территорияһы — Римдағы Мальта һарайы һәм Мальта виллаһы һәм Мальталағы Сант-Анджело форты): 0,012 км²[2].

Азия

Океания

Халыҡ иң тығыҙ йәшәгән кәрлә илдәр

Бер квадрат километрға халыҡ һаны:

Был илдәр иң күп халыҡ йәшәгән кәрлә дәүләттәр генә түгел, ә дөйөм алғанда донъялағы иң күп халыҡ йәшәгән илдәр булып тора. Кәрлә булмағандарға Бангладеш (1154 кеше/км²) һәм Тайвань (650 кеше/км²) ҡарай.

Иҫкәрмәләр

  1. В Calendario Atlante De Agostini площадь Ватикана указана как 44 га в издании 1930 года(Calendario Atlante De Agostini. Архивировано 3 июня 2020 года в Wayback Machine, 1930, с. 99. (на итальянском языке)), но исправлена до 49 га в издании 1945—1946 годов(Calendario Atlante De Agostini. Архивировано 3 июня 2020 года в Wayback Machine, 1945—1946, стр. 128. (на итальянском языке)). Цифра в 44 га до сих пор широко цитируется во многих источниках, несмотря на ее неточность.
  2. Книга рекордов Гиннесса 1001-1500. www.electroniclibrary21.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2019. Архивировано 10 июнь 2019 года.
  3. 2235 км² — площадь Коморских Островов с учётом острова Маоре (Майотта) — фактически заморский департамент Франции Майотта. Генеральная Ассамблея ООН (34/69 от 06.12.1979) Архивная копия от 26 март 2016 на Wayback Machine признала за государством Коморские Острова права на остров Маоре (Майотта). Без учёта этого острова площадь Коморских Островов составляет 1862 км²

Категориялар