Лазарев Михаил Дмитриевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Лазарев Михаил Дмитриевич
Гражданлығы
Заты ир-ат
Вафат булған урыны
Тыуған көнө 29 сентябрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Вафат булған көнө 6 апрель 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (91 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Һөнәр төрө иретеп йәбештереүсе
Тыуған урыны

Лазарев Михаил Дмитриевич (29 сентябрь 1927 йыл — 6 апрель 2019 йыл) — машиналар эшләү тармағында совет алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Михаил Дмитриевич Лазарев 1927 йылдың 29 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантонына ҡараған (хәҙерге Салауат районы) Ельцовка ауылында (бөткән ауыл) күп балалы ғаиләлә тыуа[1].

Ельцовка ауыл мәктәбендә 4 класты тамамлай. 1941 йылда атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандан һуң уҡыуын туҡтатып, колхозда эшләй башлай[2].

Силәбе өлкәһенең Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһына күсенгәс, ете йылылҡ мәктәпте, 1944 йылда һөнәрселек училищеһын тамамлай. 1944 йылдан Ҡатау-Тамаҡ вагондар эшләү заводының 8-се цехында (һуғыш йылдарында — артиллерия орудиеһын йөрөтү өсөн арбалар, һуғыштан һуң тармвайҙар һәм тар колеялы тимер юл платформалары эшләнә) электр менән иретеп йәбештереүсе булып эшләй[2].

1960 йылда Мәскәүҙә белемен камиллаштырғандан һуң 9-сы химик аппаратуралар цехына күсерелә. 1969 йылдан ауыл хужалығы һәм оборона тәғәйенләнешендәге ракета-йыһан продукцияһын эшләү буйынса махсус производство электр менән иретеп йәбештереүсеһе булып эшләй.

СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 26 июлендәге Указы менән «хеҙмәттәге отличиеһы һәм махсус техниканың яңы өлгөләрен эшләгәне өсөн» Ленин ордены менән бүләкләнә[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 26 апрелендәге Указы менән «биш йыллыҡ планын үтәүҙәге юғары ҡаҙаныштары һәм яңы техника эшләгәне өсөн» Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә, Ленин орденына һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалына лайыҡ була[2].

12-се саҡырылыш Ҡатау-Тамаҡ ҡала советы депутаты була.

1983 йылда сәләмәтлек торошо буйынса хаҡлы ялға сыға, әммә 1992 йылға тиклем эшләй.

2019 йылдың 6 апрелендә Ҡатау-тамаҡ ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  1. См. на карте 1953 года
  2. 1 2 3 4 5 А. Бочаров. Лазарев Михаил Дмитриевич. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 23 март 2020.
  • Челябинская область: Энциклопедия / Редкол. : К. Н. Бочкарев (пред.) и др. — Челябинск : Камен. пояс, 2004. — Т. 3: К—Л. — 794 с. — ISBN 5-88771-043-8.