Ларин Юрий Анатольевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Һуғыш/алыш
Ерләнгән урыны
Вафат булған көнө 27 июль 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (59 йәш)
Заты ир-ат
Тыуған көнө 2 февраль 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Хеҙмәт итеүе СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены I дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены III дәрәжә Дан ордены
Вафат булған урыны
Тыуған урыны

Ларин Юрий Анатольевич (2 февраль 1922 йыл — 27 июль 1981 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар дивизияһының 45 мм-лы пушка взводы командиры, старшина. Дан орденының тулы кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юрий Анатольевич Ларин 1922 йылдың 2 февралендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.

Урыҫ. 1942 йылдан ВКП (б) ағзаһы. Ете класс, артабан Өфө физик культура техникумының 2 курсын тамамлай. Өфө ҡалаһында «Динамо» спорт йәмғиәтенең инструкторы булып эшләй.

1940 йылдың ноябрь айында Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһының Жданов районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла.

Бөйөк Ватан һуғышында 1941 йылдың июненән. Гитлер илбаҫарҙары менән Төньяҡ-Көнбайыш, 2-се Балтик буйы, 2-се һәм 1-се Белоруссия фронттарында һуғыша. Көнбайыш Буг, Висла,Одра йылғаларын кисеүҙә ҡатнаша.

Һуғыштан һуң хәрби хеҙмәтен дауам итә. 1949 йылда офицер составын камиллаштырыу курстарының артиллерия бүлеген тамамлай.

1953 йылдан өлкән лейтенант Ларин Ю. А. — запаста. Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә йәшәй, «Геофизприбор» заводында инженер, ә һуңынан пенсияға киткәнгә тиклем — Башгипроводхоздың геология-тупраҡ бүлегендә ҡорамалдар буйынса өлкән инженер булып эшләй. Йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнаша.

Ларин Юрий Анатольевич 1981 йылдың 27 июлендә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була. Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнгән[1].

Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1234-се уҡсылар полкының 45 мм-лы пушка расчет командиры (370 уҡсылар дивизияһы, 69-сы армия, 1-се Белоруссия фронты) старшина Ларин Юрий 1944 йылдың апрель айында Турья йылғаһының ситендә, Украинаның Волынск өлкәһе Ковель ҡалаһынан 30 км көньяҡ-көнбайыштараҡ дошмандың биш ут нөктәһен, ике дзотын һәм бер нисә гитлерсыны юҡ итә.

1944 йылдың 10 июнендәге бойороҡ менән немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн старшина Ларин Юрий Анатольевич 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 56200).

45 мм-лы пушкалар взводының командир вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы старшина Ларин Ю. А. 1944 йылдың 20-26 авгусында польша ҡалаһы Пулаванан 1 һәм 2 км көньяҡтараҡ Гура-Пулавск һәм Висла йылғаһының һул ярындағы Садловице тораҡ пункттары янындағы дошман оборонаһын өҙөп, тура тоҫҡау менән биш ут нөктәһен һәм дошмандың унлап һалдатын сафтан сығара, танкҡа ҡаршы пушкаларын юҡ итә. Броновице тораҡ пунткы янында оҫта артиллерист орудиенан өс пулеметты һәм ундан артыҡ гитлер һалдатын тар-мар итә.

1945 йылдың 7 ғинуарҙағы бойороҡ менән немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта баш командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн старшина Ларин Юрий Анатольевич 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 11268).

45 мм-лы пушкаларҙың взвод командиры старшина Ларин Юрий 1945 йылдың 14 ғинуарынан 3 февраленә тиклем Пулава ҡалаһынан 10 һәм 15 км көнбайыштараҡ урынлашҡан Соснув, Горбатка, Сильно, Мезеритц, Гаструк тораҡ пункттары районында пехотаның хәрби тәртибендә булған үҙенең орудиелары менән дошмандың ун ут нөктәһен, һуғыш припастары менән ике автомашинаны, йөк менән алты арбаны, ике бронетранспортерҙы, зенит пушкаларын һәм ике тиҫтәнән ашыу дошман һалдатын юҡ итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн старшина Ларин Юрий Анатольевич 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 27), һәм Дан орденының тулы кавалеры була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Дан ордены
  • миҙалдар

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ларин Юрий Анатольевич. «Герои страны» сайты.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Несокрушимые. Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. Уфа.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]