Латипов Ғәфүр Латип улы

Латипов Ғәфүр Латип улы (рус. Латыпов Гафур Латыпович) (1911 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112 -се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары, «Батырлыҡ өсөн» (1944), «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» (1943, 1945) миҙалдары кавалеры[1].

Биографияһы

Ғәфүр Латип улы Латипов 1911 йылда Башҡортостандың Асҡын районы Упҡанкүл ауылында[1] тыуған. 1941 йылдың 10 декабрендә Башҡорт АССР-ының Асҡын районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия (1943 йылдан 16-сы гвардия Чергинов) дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[1]. Һуғыш осоронда күрһәткән батырлыҡтары өсөн хәрби ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

— II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)

— Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)

— «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)

— Ике «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1943, 1945)

Хәтер

Ғәфүр Латип улы Латиповтың исеме Ленинградтың «Блокада» Хәтер китабына индерелгән[3]

Һылтанмалар